-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Март 2021, 12:45

Һоҡланмау мөмкин түгел

Һабай ауылында тыуып-үҫеп, бөгөнгө көндә Красноусолда төпләнеп, башҡорт гимназия-интернатында башланғыс кластарға белем биреүсе “БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “БР-ҙың мәғариф отличнигы”, “РФ-ның мәғариф өлкәһенең маҡтаулы хеҙмәткәре”, “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” исемдәрен йөрөткән Гөлшат Вәлиева ғинуарҙа 60 йәшен билдәләне. Ошо уңайҙан гимназияның тамаша залында юбилярҙың ижади кисәһе үтте.

Тантаналы байрам сараһына Гөлшат Акрам ҡыҙының шатлығын уртаҡлашырға Юлыҡ ауылынан уҡытыусыһы, ижади шәхес, уҡытыусы-ветеран Рима Рафиҡова, Красноусол ауылы ағинәйҙәре, уҡыусылары, хеҙмәттәштәре, дуҫтары, ата-әсәләр килде.
Бына тамаша залында тамашасылар алдында Гөлшат Вәлиева урын ала. Юбилярҙы ҡотлап һүҙ алған Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипованың һәм башҡаларҙың сығышында талантлы уҡытыусы, һәр яҡтан да маһир, заман менән бергә атлаусы шәхес менән ғорурланыу, уға һоҡланыу тойғоһо һиҙелә ине. Рима Рафиҡова юбиляр уҡыусыһына арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Класташтары исеменән ауылдашы, әхирәте, хеҙмәттәше Таңсулпан Ишҡолова, дуҫтары исеменән мәғариф ветераны Гөлбәҙәр Мөхөтдинова, 2-се һәм 6-сы класс уҡыусыларының ата-әсәләре исеменән Рәмзилә Саҙрыева менән Динара Әхмәдова, Раушания Ғималетдинова, ағинәйҙәр мөғәллимәне юбилейы менән тәбрикләп, изге теләктәрен, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Буш ҡул менән килмәгәндәр, юбилярҙы сәскә гөлләмәләренә күмделәр, бүләктәр, 2-селәрҙең ата-әсәләре Гөлшат Акрам ҡыҙына көтөлмәгән сюрприз яһап, сынъяһау итеп ижад ителгән портретын тапшырҙылар, Р.Саҙрыева йыр ҙа бүләк итте. Ағинәйҙәр башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүесе – селтәр менән, райондың мосолман ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзаһы - ауылдашы Альмира Ғөбәйҙуллина ла бүләкләне. Уҡыусылары йыр-моңдарын, шиғырҙарын яратҡан мөғәллимәләренә арнаны. Кисә йыр-моңдар, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Кисә сәй өҫтәле артында буҙа тәмләү менән тамамланды.
Г.Вәлиева 40 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнай. Һәр яҡлап һәләтле педагог ижад менән дә шөғөлләнә, башланғыс кластар өсөн бер нисә дәреслек һәм методик ҡулланмалар авторы ла, буш ваҡытын шиғырҙар ижад итеүгә бағышлай, гимназиялағы “Урал батыр” мәктәбен етәкләй, район “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе урынбаҫары булараҡ, ағинәйҙәрҙе ойоштороп, төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнай, аҡыллы кәңәштәре, ипле һүҙе менән һәр кемдең күңелен арбай.
Эшендә ихтирам-хөрмәт ҡаҙанған, абруйлы мөғәллимә булһа, тормошта ул һөйөклө ҡатын, әсәй һәм яратҡан өләсәй. Тормош иптәше Рафаэль Ғилман улы менән иңгә-иң терәшеп ғүмер йомғағын һүтәләр. Ике ҡыҙы – ике йондоҙо – Нәркәс менән Гөлназды тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарған. Бөгөн ҡыҙҙарының балалары – ике ейәнсәрен, дүрт ейәнен яратып-һөйөүе менән үҙен иң бәхетле әсәй, өләсәй итеп һанай ул. Ошонан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкин дә түгел.
Читайте нас: