+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Март 2021, 16:30

Гөлдәр янында һин гөл генә

Йөҙөнән мөләйемлек, нур бөркөлөп торған кеше һәр саҡ үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә. Бигерәк тә һатыу үҙәктәренә барып кергәндә иң тәүҙә үҙеңә кәрәкле әйбер ҡарарҙан алда унда эшләүселәргә ҡараш ташлайһың. Һәр ваҡыт кеше өҙөлмәгән урында эшләгәс, төҫ-ҡиәфәтең дә һатып алыусыларҙы үҙенә тартырлыҡ булырға тейештер.

Коммунистик урамында урынлашҡан “Магнит” магазинында товаровед булып эшләүсе Гөлнар Сөләймән ҡыҙы Камалова ике йыл эшләү дәүерендә асыҡ сырайлы, итәғәтле булыуы менән һатып алыусыларҙың һөйөүен, ихтирамын яулап өлгөргән.
Нурлы йөҙлө, алсаҡ Сәйетбаба ауылы ҡыҙы Гөлнар урта мәктәптең 11-се класын тамамлағас, театр бүлегенә уҡырға барырға хыяллана. Әммә тыуған ауылын һағыныуы хыялына ҡаршы килә, һуңынан барыбер һөнәр алырға кәрәклеген уйлап, Стәрлеләге 134-се лицейға уҡырға керә. Ике йыл һатыусы һөнәрен үҙләштереп, ошо йүнәлештә эш башлай. Күмәк балалы ғаиләлә эшкә таҫыллы булып үҫкән ҡыҙ үҙ эшен яратып, күңел биреп башҡара.
Ғаиләһендә лә уңған, йәш хужабикә тормош иптәше Динар Ғәлим улы менән 11 йыл йәшәү арауығында ике балаға ғүмер бүләк итеп, әлеге көндә улдары Данир башҡорт гимназия-интернатының 2-се класында уҡыһа, Радмила балалар баҡсаһына йөрөй. Төрләндереп бешеренергә, бәйләмгә оҫта Гөлнар. Йәш ғаилә быға тик-лем Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла йәшәп алған, ике йыл элек Красноусолда өй алып, тыуған яҡтарына күсенгәндәр.
Яҙ байрамын, бигерәк тә 8 Март көнөн сәскәләрһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Һатыуға килтерелгән ләлә сәскәләре янында ихлас йылмайып торған Гөлнар Сөләймән ҡыҙы үҙе лә матур биҙәк булып, йәм биреп тора. Киләсәктә лә Хоҙай бүләк иткән тәбиғи матурлығың менән ҡатын-ҡыҙ булараҡ бар донъяға нур бөркөп йәшә, әлегеләй һөйкөмлө һәм һөймәлекле булып ҡал.

Читайте нас: