Үҙ ғүмерҙәрен аямай эшләүсе хеҙмәткәрҙәр араһында беҙҙең Красноусол һылыуы Әлиә Әлим ҡыҙы Саттарова ла бар. Красноусолдағы 1-се мәктәпте тамамлағас, ул БДМУ-ның “Медсестринское дело” факультетына уҡырға керә. Уны уңышлы тамамлағандан һуң, Өфөнөң 18-се дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эш башлай. 1 йыл эшләгәс Стәрлетамаҡтағы 2-се ҡала дауаханаһының әмәлиәт блогында, аҙаҡ реанимацияла эшләй. Күп кенә ҡатмарлы операциялар яһауҙа ҡатнаша.
...Бер көндө смена бөттө тигәндә генә бар дауахананы карантинға бикләп ҡуялар. Баҡтиһәң, бер ҡатында коронавирусҡа шик бар икән. Бына шунан һуң башлана ла инде яңы тормош. Ауырыуҙар менән тулған бүлмәләр, тын ала алмай ыңғырашҡан сирлеләр, күҙ йәштәре, космонавт кеүек кейенеп тирләп-бешеп йөрөү… Әлиә үҙе лә 2 тапҡыр ауырып ала. Көслө йәш организм сирҙе еңеп сыға һәм ул яңынан сафҡа баҫа.
Шатлыҡлы хәбәрҙәр, йылмайыуҙар һәм бына бөгөн килеп… яңы сессияға йыйыныуҙар. Эйе, сессияға, сөнки тырыш ҡыҙ мәктәп йылдарында спорт менән шөғөлләнә. Һәм әлеге көндә БДПУ-ның физик культура факультетында “Адаптив физкультура” бүлегендә ситтән тороп белем ала. Мөмкин тиклем әҙерәк эш, еңелерәк операциялар һәм даими эш графигы теләйбеҙ һеҙгә, медицина хеҙмәткәрҙәре. Ә улар гәзит уҡыусыларға сәләмәтлек һәм әүҙем тормош теләп ҡала.
Айрат Баймый.
Красноусол ауылы.