+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Март 2021, 19:40

Ир-егеттәр көс һынашты

Йөҙимән мәктәбендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған спорт ярыштары үтте. Күп йылдар уҙғарыла килгән, матур йолаға әйләнгән был сараны олоһо-кесеһе көтөп ала, ҡатнашыусыларҙың да, көйәрмәндәр һәм тамашасыларҙың да күп булыуы, әүҙемлеге менән айырылып тора.

Быйылғы спорт байрамы ла тантаналы шарттарҙа асылды. Сәйетбаба ауыл хакимиәте башлығы Венер Сәхиулла улы Ҡунафин Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы, ярышсыларға уңыштар теләне.
Йөҙимән, Имәнлек һәм Уҫман ауылынан 5 команда волейбол уйнап, Йөҙимән йәштәре - беренсе, имәнлектәр - икенсе, Йөҙимәндең икенсе командаһы - өсөнсө, уҫмандар - дүртенсе урын, ә уҡыусылар командаһы бишенсе урынды яуланы. Беренсе урынға күсмә кубок бирелде.
Ҡул көрәше буйынса беренселекте Илнар Искәндәров, Данир Нәбиуллин - икенсе, Рәис Зәйнетдинов өсөнсө урын алды.
Шашка ярышында 1-се урында - Зөбәйер Иҙрисов, 2-се - Данир Нәбиуллин, 3-сөлә - Ринат Зәйнетдинов булды.
Турникта күтәрелеүҙә Илнур Рәхмәтуллин (24 тапҡыр күтәрелде) - 1-се, Айгиз Кәримов (21) - 2-се, Айгиз Йыһаншин (20) 3-сө урынды алды.
Оҙонлоҡҡа һикереү бу-йынса 1-се урын - Әлфир Фәтҡотдинов, 2-се - Рәис Зәйнетдинов, 3-сө урын Данир Нәбиуллинда.
Еңеүселәргә грамоталар, миҙалдар, бүләктәр тапшырылды.
Ярышты Ж.Ғ.Зәйнетдинов, И.К.Рәхмәтуллин, З.З.Сәйфуллин, З.З.Иҙрисов, Д.Г Сәфиуллин ойошторҙо. Район Советы депутаттары М.Р.Ғүмәров, Р.К.Хәсәнов, шәхси эшҡыуарҙар Г.Ф.Әхмәтшина, Р.Ғ.Ғәбдиева бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Ярышта ҡатнашҡандарға, ойоштороусыларға, бағыусыларға ҙур рәхмәт. Эшегеҙҙә ҙур уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ.
Таңсулпан РӘХМӘТУЛЛИНА,
мәктәп директоры.
Читайте нас: