Бөтә яңылыҡтар
9 Март 2021, 16:40

Һәр һорау ентекле өйрәнелә

Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, 3 мартта район хакимиәтенең ултырыштар залында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һорауҙары бу-йынса граждандарҙы ҡабул итеү уҙҙы. Уны БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов уҙғарҙы. Ҡабул итеүҙә шулай уҡ ра-йон хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, хакимиәт вәкилдәре, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы, райондың торлаҡ-коммуналь хужалығы етәкселәре лә ҡатнашты.

Ҡабул итеүгә үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән тиҫтәнән ашыу кеше килгәйне.
Яңы Ҡарамыш ауылынан Т.Хисаметдинов элек Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән, капиталь ремонт талап ителгән 8 фатирлы йорттағы фатирында йәшәрлек булмағанлыҡтан, ауылға күсеп йәшәргә мәжбүр булған. Был хаҡта ҡалалағы “Жилкорпорация” ЯСЙ-е идарасы компанияһына ғариза яҙып китеүенә ҡарамаҫтан, һаман да коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр килеүенә зарланды һәм был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һораны.
Красноусолдан Т.Медведева менән ирле-ҡатынлы Ковешниковтар инвалидтарға коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса льготаларҙы, йәғни берҙәм аҡсалата компенсацияны бөтөрөүҙәренә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. 6 йәшлек инвалид бала тәрбиәләүсе, йәшәргә урыны булмаған А.Кәримова (ваҡытлыса олатаһының фатирында йәшәй) фатир мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Тап ошо мәсьәләлә йәнә ике кеше З.Ғәйфуллина, А.Хәкимов ярҙам һораны. А.Пухова Красноусолдағы Фрунзе урамы, 50 А адресы буйынса яңы төҙөлгән йорттан һатып алған фатиры һыуыҡ булыуына зарланды, шулай уҡ был йорт янында автомобиль ҡуйыу урындары булмауын да билдәләп үтте. Яңғыҙҡайындан Ф.Өмөтбаев ауыл хужалығында эшләгән бер нисә йылының бушҡа китеүенә, был мәсьәлә күптәрҙе борсоуын, юғары кимәлдә көйләү мөмкин булмаймы, тигән һорауын еткерҙе. Фермерлыҡ эшенә тотонған Ф.Иҙрисов ферма төҙөргә уйлауын билдәләп, был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Уға яуап итеп “500 ферма” республика программаһында гранттар конкурсында ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләргә кәңәш ителде. Былтыр мал һатып алыуға 3 млн-ға яҡын аҡса алған булған. Красноусолда Пушкин урамында йәшәүсе Н.Щербакова был урам юлын төҙөкләндереү мәсьәләһен күтәрҙе. Район хакимиәте башлығы Ф.Сыңғыҙов был мәсьәләнең ағымдағы йылғы урам юлдарын ремонтлау программаһына индереү күҙ уңында тотолоуын белдерҙе. Красноусолдың Һамар биҫтәһенән килгән вәкилдәр был төбәккә яҡын урынлашҡан көнкүреш ҡалдыҡтары түгеү полигонын бөтөнләйгә ябыу, унда сүп-сарҙы ҡабул итмәү мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һораны. Район хакимиәте башлығы Ф.Сыңғыҙов был һорауға асыҡлыҡ индерҙе: сүп-сар түгеү урынының лицензияһы 2023 йылға тик-лем, киләсәктә уны ер менән тигеҙләү өсөн байтаҡ ҡына аҡса талап ителә. Был эш район хакимиәтенең контролендә тора. Ҡабул итеүгә шәхси мәсьәләләр менән килгән тағы ла бер нисә кеше ентекле яуап алды.
Граждандарҙы ҡабул итеүсе Р.Р.Ишмөхәмәтов менән Ф.Ф.Сыңғыҙов үҙҙәренә күҙ төбәп килеүселәр күтәргән һәр бер һорауҙы иғтибар менән тыңлағандан һуң, аныҡ яуаптар бирҙеләр, мәсьәләләрҙең ҡайһы берҙәрен уртаға һалып тикшереп, асыҡлыҡ индерҙеләр, артабан ентекле өйрәнеүҙе, хәл итеүҙе талап ителгәндәрен яҙып алып, контролгә алдылар, яҙма яуап биреләсәген аңғарттылар. Дөйөм алғанда, йәмәғәт ҡабул итеүе эшлекле үтте.

Читайте нас