2020 йылда улар “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында уңышлы ҡатнашып, республика, ауыл биләмәһе бюджеты һәм урындағы халыҡ ярҙамы менән “МТЗ-82” тракторы һәм янғын һүндереү өсөн ҡоролма алыуға өлгәшкән. Ауыл халҡы өсөн был күктән төшкән бәхет, тиһәң дә була. Проект нигеҙендә ауыл халҡын борсоған дөйөм проблемаларҙы ҡарап, күп кенә эштәр атҡарып сығыуға мөмкинлектәр асылды.