Әминә Хәмиҙулла ҡыҙы 1926 йылдың 8 февралендә Бурлы ауылында икенсе бала булып донъяға ауаз һала. Әминә әбейҙең тормош юлы бик ауыр осорға тура килә: аслыҡ, яланғаслыҡ, ваба, тиф ауырыуҙары… Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул бирешмәй, ауырлыҡтарға нығынып үҫә. Һуғыш ваҡытында йәштәр менән бер рәттән колхозда төрлө эштәрҙә эшләй. Бесән сабыу, сөгөлдөр утауҙан тыш, магазинда һатыусы, колхозда хисапсы ла булырға тура килә уға.
Әле лә ул, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тормошҡа ҡәнәғәт булып, бына тигән итеп йәшәп ята. Ике улы, бер ҡыҙы ҡайтып хәл белеп торалар. Азат улы янында йәшәй, матур итеп тәрбиәләп ҡарай. Күрше-тирәләре лә ташламай Әминә әбейҙе. Улар хәл белергә кергән арала тиҙ генә таҡмаҡтарын әйтеп бейетеп тә сығара күршеләрен. Йыр-моң ярата, элекке йырҙарҙы оҫта итеп йырлап ебәрә ул. Уйын-көлкө менән яҡындарын дәртләндереп йәшәй.
8 февраль Әминә әбейгә 95 йәш тулыуы уңайынан уны күршеләре, “Әхирәттәр” клубынан, ауыл ветерандар советы рәйесе Ғабдулла Абдрахманов һәм ауыл советынан Илмира Суфиянова оло юбилейы менән ҡотларға йыйылды. Илмира Миңнислам ҡыҙы илебеҙ Президенты В.В.Путиндың Ҡотлау хатын тапшырҙы. Әминә Хәмиҙулла ҡыҙына иң матур, изге теләктәр теләнде һәм бүләктәр бирелде. Юбилярыбыҙ сикһеҙ шатлығын белдереп, барыһына ла рәхмәт әйтте.
– Хәҙер донъя рәхәт, - ти Әминә әбей, - өйҙә газ, һыу бар, пенсия ай һайын килеп тора, Аллаға шөкөр!
Бар яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһыныусан Әминә әбей әлеге көнгә тиклем “Табын” гәзитенә яҙыла һәм уҡый.
Рәсимә МӘХӘМӘТДИНОВА,
китапханасы.