Еҙем-Ҡаран ауылы мәҙәниәт йортонда уҙған асыҡ ултырышта ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Сәғит ҡыҙы Шәйәхмәтова төп доклад менән сығыш яһап, 2020 йылғы эшмәкәрлеккә байҡау яһаны, ағымдағы йылға пландарҙы әйтеп үтте.
- Ауыл хакимиәте биләмәһендә 11 ауыл иҫәпләнеп, уларҙа 765 йорт-хужалыҡ бар. Шуларҙың 103-ө әлеге көндә буш тора. Биләмәлә 2473 кеше теркәлеп, Еҙем-Ҡаран ауылында – 339, Ибраһимда – 312, Үзбәктә – 285, Оло Үтәштә – 138, Урта Үтәштә – 45, Бәләкәй Үтәштә – 101, Яңы Еректә – 103, Яҡтыкүлдә – 43, Абдуллала – 58, Ҡыҙыл Ярҙа – 51, Баҡраҡта 80 кеше йәшәй. Үткән йылда 10 бала тыуһа, 40 кеше үлгән. Мәктәпкәсә йәштәге балалар һаны-116, шул иҫәптән 49 бала балалар баҡсаһына йөрөй. Ауыл биләмәһендә Еҙем-Ҡаранда урта, Үзбәктә - төп, Оло Үтәштә башланғыс мәктәп эшләп килә, уларҙа 172 уҡыусы белем ала. Эшкә яраҡлы халыҡ күпселек вахта ысулы менән Себергә һәм башҡа төбәктәргә йөрөп эшләй.
Хужалыҡтарҙа 1284 һыйыр малы, шуларҙың 434-е һауын һыйырҙары, 217-һе – ат, шулай уҡ 2225 баш һарыҡ аҫрала, 2970 баш умарта күсе үрсетелә. Ауыл биләмәһендә биш крәҫтиән-фермер хужалығы булдырылып, Рөстәм Йомағолов 110 баш һыйыр малы, 35 һарыҡ, Рөстәм Садиҡов 20 баш ат, 10 умарта күсе, Күскилдиндар ғаиләһе 10 һыйыр малы, 73 ат, 40 умарта күсе, Үзбәк ауылынан Юлай Ғәйнуллин 40 һауын һыйыры аҫраһа, Оло Үтәштән Бәшәрова 61 гектар ерҙе арендала тота. Шәхси эшҡыуар Ибраһимов һөт йыйыу пункты асты. Яңыраҡ беҙгә күсеп ҡайтҡан шәхси эшҡыуар Сатлыҡов кәзә һөтөнән ҡымыҙ етештерә. Халыҡты көндәлек тауар менән 10 сауҙа нөктәһе тәьмин итә. 3 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм Еҙем-Ҡаранда ауыл табиплыҡ амбулаторияһы, ветеринар участка, дарыухана бар. Аҙнаһына бер тапҡыр Һаҡлыҡ банкы килеп, мобиль хеҙмәт күрһәтелә.
Янғын хәүефһеҙлеге буйынса белгестәр менән күп эштәр башҡарабыҙ. Профилактик әңгәмәләр алып барабыҙ, иҫкәртмәләр таратабыҙ. Былтыр Үзбәк ауылында һарай янып, бер янғын хәүефе теркәлде. Янғын һүндереү машинаһы бар, ул йылытылған урында тора.
Ғаиләләргә килгәндә, күп балалы ғаиләләр һаны 39 булып, шуларҙың 8-е имен булмаған ғаиләләрҙән һанала.
Үткән йылдағы төҙөкләндереү эшенә туҡталып, ауылдарҙы таҙартыу, йәмләндереү эшендә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Еҙем-Ҡаранда өлкән быуын кешеләре бик күп тапҡырҙар шишмәне, ибраһимдар - Еҙем, баҡраҡтар Ағиҙел йылғаларын таҙартырға сыҡты. Шулай уҡ еҙемҡарандар ултыртылған ағастарҙы, Оло Үтәштә йәшәүселәр үҙ көстәре менән зыяратты кәртәләнеләр һәм башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пунктының тирә-яғын төҙөкләндереүҙә ярҙам иттеләр. Еҙем-Ҡарандағы ике урам, Оло Үтәштә үткеһеҙгә әйләнгән юл күтәртмәһе ремонтланды. Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһендә әлеге ваҡытта 270 урам фонарҙары янып тора, тағы ла алты ауыл биләмәһендә 119-ҙы урынлаштырырға кәрәк. Ял итеү өсөн 4 мәҙәниәт һарайы, М.Ғафури музейы, Еҙем-Ҡаранда модулле китапхана һәм Үзбәктә ауыл китапханаһы эшләп килә.
2021 йылға Яңы Ерек ауылында контейнер майҙансығы урынлаштырыу, Оло Үтәш ауылындағы Йылға урамында юлды ремонтлау, ауылдарҙы йәшелләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу буйынса төҙөкләндереү эштәрен башҡарыу төп мәсьәлә булып тора. Бергәләп был эштәрҙе лә йырып сығырбыҙ, - тип тамамланы үҙ сығышын ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Сәғит ҡыҙы.
Район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙовҡа һүҙ бирелеп, ул район буйынса дөйөм эшләнгән эштәргә туҡталып үтте. “Үткән йыл ауыр булһа ла, күп эштәр эшләргә тырыштыҡ. Районда 77 сүп түгеү урыны бар ине. Бөгөнгө көнгә Красноусолда берәү генә ҡалды. Төҙөкләндереүҙе быйыл да дауам итәсәкбеҙ. Контейнер майҙансыҡтарын урынлаштырып бөтөргә кәрәк. Урамдарҙы яҡтыртыуға килгәндә, ҡулдан килгәнсә алыштырырбыҙ. Музей янындағы М.Ғафуриҙың бура өйөн дә тергеҙергә уйлашабыҙ. Ауыл биләмәһендә демографик хәл дә киҫкен. Төрлө ауырыуҙар бар, шуға ла һаҡланыу өсөн теләккә ҡарап вакцина эшләтеүҙе лә уйлашырға кәрәк. Аллаға шөкөр, ауылдарҙа малдар күбәйә. Коммерциялы булмаған ойошмалар булдырырға тырыштыҡ, гранттарҙа ҡатнашып, был йүнәлеш буйынса бик күп эштәр башҡарырға була”, - тип әйтеп үтте Фәнзил Фәйез улы уҙған йылға ҡыҫҡаса район буйынса йомғаҡ яһап, алдағыһын күҙаллап.
Район Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, үҙ сиратында, биләмә халҡына Башҡортостанда сығарылған ҡош-ҡорттарҙы ғына алырға кәрәклек һәм малдарҙы тамғалау тураһында аңлатып үтте.
Бәләкәй Үтәш ауылына газ үткәреү, Оло Үтәшкә күпер, квитанцияның утҡа һәм сүп түгеүгә бергә килеүе һәм башҡа үҙҙәрен борсоған һорауҙарын да бирҙе урындағы халыҡ, ҡайһы берҙәренә шунда уҡ яуап та алдылар.
Йыйылыш һуңында ҡарар ҡабул ителеп, ошоноң менән Еҙем-Ҡаран ауыл советы ауыл биләмәһе Советының асыҡ ултырышы үҙ эшен йомғаҡланы.