+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Март 2021, 12:20

Гүзәлдәрҙән-гүзәл, ғәзиздәрҙән-ғәзиз ҡатын-ҡыҙҙарға

Тәбиғәт ҡышҡы йоҡоһонан уянып, йылы нурҙарын ихлас һибә башлаған мәлдә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн билдәләйбеҙ. Йома көнө район мәҙәниәт һарайында һөйөклө, гүзәл заттарға арнап әҙерләнгән матур байрам сараһы үтеүе тураһында ҡыҫҡаса хәбәр иткәйнек инде.

Бар ерҙә яҙ һулышы һиҙелә – байрамға килгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың да йөҙҙәре яҙғы ҡояштай балҡып, нур бөркөп тора. Ғәзиз ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иң тәүҙә фойела район ҡатын-ҡыҙҙар советының “Һоҡланғыс яҙ” байрам проекты буйынса әҙерләнгән оҫталыҡ дәрестәре үтте. Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре төрлө үләндәрҙән сәй эсерһә, Красноусол ағинәйҙәре Мәрхәбә Собханғолова менән Гөлшат Вәлиева үҙҙәре эшләгән буҙанан ауыҙ иттерҙе һәм был файҙалы эсемлекте эшләү серҙәренә өйрәтте. Зөлфиә Камалетдинова сәстәрҙе матурлау, төрлө прическаларҙы нисек эшләү тураһында һөйләне һәм күрһәтте, Рина Әбделмәнова оҙон сәстәрҙе үрергә өйрәтһә, визажистар Маро Тамоян менән Резеда Зәйнәғәбдинова биҙәнеү серҙәренә төшөндөрҙө, Надежда Сергеева билдәле фирма һауыт-һабаһында кеше һаулығы өсөн зыянһыҙ аш-һыу әҙерләү, Лира Исмәғилева менән Марина Васильева йәшелсәләрҙән төрлөсә сәскәләр яһап өҫтәлде йәмләү, Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы хеҙмәткәре Светлана Ғүмәрова печенье, перәник кеүек татлы аҙыҡтарҙы биҙәү, консультант Земфира Яҡупова ҡыҙыҡһыныусыларға косметик фирманың кәңәштәрен бирҙе, уларҙы нисек ҡулланырға аңлатты, Рәйфә Борханова, Марина Рудкевич, Тәнзилә Вахитова күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө ҡул эштәрен күрһәтте, ентекләп һәр береһен эшләргә лә өйрәттеләр. “Ғаилә” үҙәге психологы Алиса Ҡәҙерғолова тренинг үткәрһә, әсәйҙәр үҙҙәренең күңеленә ятҡан оҫталыҡ дәресендә ҡатнашҡанда, ”Ре-Аниматоры” тип аталған команда төрлө уйын программалары менән балаларҙы уйнатып, күңелен асты. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Луиза Новорай оҫталыҡ дәрестәрен барыһына аңлайышлы, ҡыҙыҡлы итеп таныштыра барҙы. Оҫталыҡ дәрестәрен үткәреүселәргә район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Зәйнуллина Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Һуңынан тамаша залында оло хөрмәткә, маҡтауға, ололоҡлауға лайыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлау өсөн тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа бирелде. Ул байрам менән тәбрикләп, йәшәйеште дауам итеүсе, матурлыҡтың, яҙ кеүек наҙлылыҡтың кәүҙәләнеше булған гүзәл заттарға уңыштар, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ теләне. “Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәр менән бер рәттән төрлө урындарҙа хеҙмәт итәләр. Былтырғы коронавирус киҙеүе осоронда ла ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ситтә ҡалманы. Медицина өлкәһендә эшләүсе күп ҡатын-ҡыҙ был сиргә ҡаршы алғы һыҙыҡта көрәште. Ашығыс дистанцион уҡыуға күсеүҙә уҡытыусыларҙың аңлы, дөрөҫ эшләүҙәре ярҙам итте. Шулай уҡ ирекмәндәрҙең дә ярҙамы ҙур булды. Улар алдында түбәнселек менән баш эйеп, рәхмәт әйтәм. Үткән йылда районда 52 ғаилә дәүләт ярҙамы алды. Былтыр 349 бала тыуған, күп балалы ғаиләләрҙең артыуы һөйөндөрә”, - тип һөйләп үтте Ф.Ф.Сыңғыҙов һәм 5 бала әсәләре булған Татар Саскүле ауылынан Наилә Мөстәҡим ҡыҙы Вахитоваға, Иҫке Тайыш ауылынан Фирүзә Фәрғәт ҡыҙы Салауатоваға, Ҡаранйылға ауылынан Рушания Әлфир ҡыҙы Суфияноваға, Үзбәк ауылынан Динә Әмир ҡыҙы Хәкимоваға, Иҫке Тайыш ауылынан 7 бала әсәһе Айгөл Әнүәр ҡыҙы Шәмсетдиноваға “Әсәлек даны” миҙалдары, уңған хеҙмәткәрҙәргә Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы, әлбиттә, һөйөклө әсәйҙәргә сағыу гөлләмәләр ҙә бүләк итте.
Район Советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов та был сарала изгелек, матурлыҡ, шәфҡәтлелек өлгөһө булған гүзәлдәребеҙҙе ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм эштәрендә өлгөлө хеҙмәт иткән уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙы район Советының Маҡтау грамоталары менән бүләкләп үтте.
Район мәҙәниәт һарайы артистары әҙерләгән матур, эстәлекле байрам концерты ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иҫтә ҡалырлыҡ матур бүләк булды.
Читайте нас: