+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
13 Март 2021, 12:55

Ғаилә тарихы – ил тарихы

Быйыл ауылдашыбыҙ Мөхәмәтғәли Мөхәмәтвәли улы Әхмәҙуллиндың тыуыуына 125 йыл. Ул - илебеҙҙәге байтаҡ тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты, хатта ҡорбаны ла була.

Мөхәмәтғәли Мөхәмәтвәли улы Әхмәҙуллин (Ишмөхәмәтов) 1896 йылда Бурлы ауылында донъяға килә. Атаһы Мөхәмәтвәли Әхмәҙулла улы Табын волосы старшинаһы була. Ауылда бай кешеләрҙән иҫәпләнә. Йорттары, келәт, һарайҙары иркен, төҙөк була. Иген сәсә, күпләп мал аҫрай. Биш ул, ике ҡыҙ үҫтерә. Балалары өйләнгәс, айырым тормош ҡоралар. Һәр береһен өйлө итә, мал-тыуар бирә.
Мөхәмәтғәли ғаиләлә төпсөк бала булып донъяға килә. Башланғыс белемде ауылда ала. Аҙаҡ атаһы уны “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә уҡырға ебәрә. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, мәҙрәсә шәкерте булып китә. Был уҡыу йортонда алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар эшләй. Дин нигеҙҙәренән тыш, рус, ғәрәп телдәре, география, тарих, арифметика һәм башҡа фәндәр өйрәнелә.
Беренсе донъя һуғышы башланғас, Мөхәмәтғәли һуғышҡа алына. Һуғыштан һуң Еҙем-Ҡаран ҡыҙы Нәфисәгә өйләнеп, донъя ҡороп йәшәй башлай. Иген үҫтерә, мал үрсетә, 4 балаға ғүмер бирә. 1931 йылда коллективлаштырыу елдәре Бурлыға ла килеп етә. Хәлле, урта хәлле крәҫтиәндәргә “кулак” мөһөрө тағып ҡулға алыуҙар башлана.
Мөхәмәтғәлиҙе, ағаһы Мөхәмәтғәниҙе, 73 йәшлек атаһы Мөхәмәтвәлиҙе 1931 йылдың апрелендә ҡулға алып, 10 йылға холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына оҙаталар. 1932 йылда тағын ике ағаһын – Әхмәтвәли менән Ғөбәйҙулланы 3 йылға һөргөнгә ебәрәләр. Ғаиләләренең йорт-ерҙәре, мал-мөлкәте тартып алына. Ҡатындары балалары менән урамда тороп ҡалалар.
“Ҡапҡа бағаналарына ҡәҙәр ҡаҙып алдылар, мал ялай торған тоҙға ҡәҙәр алып сығып киттеләр. Өй, келәт, һарайҙарҙы һүтеп алдылар. Беҙҙең өй башының тимере менән клуб башын яптылар”, – тип иҫкә ала Әхмәтвәлиҙең ҡыҙы Фатима. Улар өс йыл буйы кеше өҫтөндә өйҙәш булып йәшәй.
Мөхәмәтғәлиҙең ҡатыны Нәфисә 4 балаһы менән кемдеңдер иҫке мунсаһында 6 йыл йәшәй. Архив материалдары буйынса, Мөхәмәтғәлиҙең 200 һумлыҡ мал-мөлкәте конфис-
кацияланып, “Бурлы” колхозына тапшырыла. Был йылдарҙа бер һыйыр хаҡы 2-3 һум торған була.
Балаларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн әсәләре йәйен утауҙа, ураҡ урыуҙа эшләһә, ҡышын кешегә утын ярып, тары төйөп һәм башҡа эштәрҙә тир түгеп, балаларының тамағын туйҙырырға тырыша.
Мөхәмәтғәли ГУЛАГ-тың бер подразделениеһы булған “Белбалтлаг” тигән холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына оҙатыла. Сталиндың инициативаһы менән Беломор-Балтик каналы төҙөлөшө 1931 йылдың көҙөндә башлана. Эш шарттары бик ауыр була. Төньяҡтың ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында урман ҡырҡалар, тау-таш аҡтаралар, ер ҡаҙыйҙар. Бөтә эштәр ҙә ҡул көсө менән башҡарыла. Бик күп шлюз, плотина, дамбалар төҙөлә. Тик ҡулға алыныусылар көсө менән 227 километрлы канал 600 көндә, 1933 йылдың авгусында сафҡа инә. Был канал Аҡ диңгеҙ менән Онега күлен тоташтыра һәм Балтик диңгеҙенә юл аса. Каналды төҙөүҙә йыл һайын 100 меңдән артыҡ кеше эшләй. Ауыр эштән, ауырыуҙан күптәр үлә. Улар урынына яңы ҡулға алыныу-сылар килә тора. Төҙөлөштө тиҙ срокта бөтөрөү өсөн төҙөүселәр араһында социалистик хеҙмәт ярышы иғлан ителә. Норманы үтәгән, йәки арттырып үтәгәндәрҙең паегы арттырыла, хатта хеҙмәт алдынғыларына аҡсалата премиялар бирелә. Шулай уҡ бер көнлөк хеҙмәт ике көнгә иҫәпләнә. Мөхәмәтғәли төҙөлөштә бик тырышып эшләй. Ул таҙа кәүҙәле, физик яҡтан ныҡ кеше була. Ғаилә архивында һаҡланған “Ударник кенәгәһе”нән күренеүенсә, ул көндәлек норманы 160-170 процентҡа үтәй. Шулай итеп, ул 10 йыллыҡ срокты 6 йылда тултырып, ваҡытынан алда азат ителә. Ағалары ла сроктарын тултырып, иҫән-һау ауылға әйләнеп ҡайта. Тик аталары Мөхәмәтвәлигә ҡайтырға насип булмай, уның яҙмышы билдәһеҙ. Ауылға ҡайтҡас та бик күп кәмһетелеүҙәргә дусар булалар. Ғөбәйҙулла ағаһы түҙмәй, Урта Азия яғына сығып китә, шунда ғүмер итә. Мөхәмәтғәни ағаһы Яңы Бурлы ауылында төпләнеп, матур итеп донъя ҡора, 4 бала үҫтерә. Ауылда уны хөрмәт итеп “мулла бабай” тип йөрөтәләр.
Әхмәтвәли менән Мөхәмәтғәли Бурлы ауылында йорт төҙөп инәләр. Бик аҡыллы ғаилә башлыҡтары булалар, айыҡ аҡыл менән йәшәйҙәр.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Әхмәтвәли, Мөхәмәтғәли һәм Ғәзизулла хеҙмәт армияһында булалар. 1889 йылғы ағалары Ғәзизулла Силәбе өлкәһенә ебәрелә. Һуғыш йылдарында бында 300-ҙән ашыу завод эвакуациялана. Шуларҙы урынлаштырыу өсөн трудоармеецтар урын әҙерләй, фундамент ҡаҙа, ҡорамалдарҙы бушата. Кейергә кейем, ашарға ризыҡ етмәй. Ауыр эш, һыуыҡтар Ғәзизулланы аяҡтан йыға. Ул 1943 йылда шунда үлеп ҡала.
Әхмәтвәли Ырымбур өлкәһендә, Мөхәмәтғәли Свердловск өлкәһендә эшләп ҡайталар. Ҡайтыу менән колхозда эш башлайҙар. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла ауылда тормош еңелдән булмай.
Диндең ниндәй тыйылған йылдарында ла улар ауыл халҡына йәшертен булһа ла дини йолаларҙы атҡарырға ярҙам итәләр, үҙҙәре лә намаҙҙарын ҡалдырмайҙар.
Мөхәмәтғәлигә бала ҡайғыларын күрергә лә тура килә. 1943 йылда урман ҡырҡырға ебәрелгән ҡыҙы Рәшиҙә һыуыҡ тейеүҙән 22 йәшендә үлә. Әсҡәт исемле улы 1942 йылда 19 йәшендә һуғышта һәләк була. 1957 йылда улы Фәрит тә 19 йәшендә үпкә ауырыуынан донъя ҡуя. 1927 йылғы улы Ғәбделхәй механизатор һөнәре алып, ғүмере буйы юл төҙөү-ремонтлау идаралығында эшләй, район буйынса юлдар таҙарта, юлдар һала. Ҡыҙы Файза тормошҡа сығып, Бурлы ауылында ғүмер итә. 18 йыл һауынсы булып эшләй, сөгөлдөр үҫтерә, ауыл хакимиәтендә йыйыштырыусы булып эшләй. Иптәше менән 3 ул үҫтерәләр. Өлкән улы Әмир Нафиҡов Ауыл хужалығы институтын тамамлап, 40 йылға яҡын малсылыҡ өлкәһендә эшләй. Әлеге көндә хаҡлы ялда.
Мөхәмәтғәлигә лә, Әхмәтвәлигә лә Хоҙай Тәғәлә оҙон ғүмер насип итә. Балаларының ҡәҙер-хөрмәтен күреп, Мөхәмәтғәли 85 йәшкә, Әхмәтвәли 96 йәшкә ҡәҙәр йәшәйҙәр.
1989 йылдың июнендә бөтәһе лә реабилитациялана.
Бына шундай яҙмыштар. Уларҙың яҙмышы аша илебеҙҙең үткәнен дә күҙалларға мөмкин.
Әҡлимә ИСКӘНДӘРОВА, уҡытыусы-ветеран.
Бурлы ауылы.
Читайте нас: