+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
13 Март 2021, 10:35

Өлгөр ағинәйҙәр

Ерек ауылы ағинәйҙәре ҙур ауылдар менән бер рәттән ойошоп, берләшеп ауыл тормошон йәнләндереп, бик күп эш башҡарып йәшәй. Үҙҙәренең яңылыҡтарын “Бәйләнештә” селтәрендә лә яҡтырта баралар.

Ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Клара Сәлихова, клуб мөдире Айгөл Иждиһатова, шулай уҡ Яугилде ауылында китапханасы булып эшләүсе Гөлнара Зәйнетдинова төп ойоштороусылар булып, һәр байрамды, булған сараларҙы күҙ уңында тотоп, ауыл ағинәйҙәре менән бер төптән ауыл халҡына күңелһеҙләнергә ирек бирмәйҙәр. Үткән йыл пандемия осоро булһа ла тик ятмағандар ағинәйҙәр. Еңеү көнөнә онлайн концертта, клуб урамында урынлашҡан обелиск янында һуғыш ҡорбандарын иҫкә алып флешмобта, ололар көнөндә клуб урамында өҫтәл әҙерләп, өлкән быуынға һый-хөрмәт күрһәткәндәр. Шулай уҡ Сибайҙа үткән бөтә республика мөнәжәтселәр онлайн бәйгеһендә ҡатнашҡандар. Өйҙә торғанда төрлө ҡул эштәре менән дә булғандар. Былтыр йәй Ерек ауылында үткән сәскәләр үҫтереү конкурсында ла күңел биреп ҡатнашҡандар. Был конкурста ағинәй Әминә Сәйфуллина беренсе урын алған. Ул шулай уҡ скандинав йөрөшө буйынса районда үткән ярыштарҙа ла һәр саҡ ҡатнаша.
Ауылда бер сара ла ағинәйҙәрһеҙ үтмәй тиһәң дә була. Күптән түгел үҙҙәренә бер иштән күлдәктәр ҙә алып кейгәндәр улар.
- Бына хәҙер бер иш күлдәктәребеҙ ҙә булды. Һаҡалды Үзбәк ауылы килене Гүзәл Кәримова килеп, оҫталыҡ дәресендә өйрәтте. Хәҙер һәр беребеҙгә эшләп алдыҡ. Клубта Альбина һәм Илгизәр Сәлимйәновтар бүләк иткән музыка аппаратураһына ҡушылып йырлайбыҙ. Мәктәптәргә, мәҙәниәт усаҡтарына - ҡайҙа саҡыралар, барырға тырышабыҙ. Пенсия йәшендәге башҡа ауыл-
даш ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла ҡушылырға өндәйбеҙ. Клубҡа сәхнә яһатып, матур шаршауҙар менән биҙәп ҡуйып, кейем алмаштырыу өсөн айырым бүлмә булһа һәйбәт булыр ине лә, бәлки, ярҙам итеүселәр ҙә табылыр, - ти Гөлшат Дәүләтова ағинәйҙәр төркөмөнөң хыялдары менән уртаҡлашып.
Киләсәктә лә ауыл ағинәйҙәре берҙәм булып, йәш быуынға үрнәк күрһәтеп, үҙ ерлегегеҙҙә гүзәллек, матурлыҡ бөркөп йәшәргә яҙһын.
Читайте нас: