+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
13 Март 2021, 16:40

Ҡураларға капиталь ремонт талап ителә

Ленин исемендәге колхоздың Яңғыҙҡайын һөтсөлөк фермаһында мал ҡышлатыу уңышлы бара. 400 башҡа яҡын һыйыр малы аҫралып, шуның 107-һе – һауын һыйырҙары. Ферма буйынса һәр һыйырҙан көндәлек 7-8 килограмм һөт һауыла. Йыл башынан 120 быҙау алынған, әле һыйырҙар быҙаулауын дауам итә.

Бөгөн һөтсөлөк фермаһында мөдир Шамил Шәмсетдинов етәкселегендә ирле-ҡатынлы Әминә (һауынсы) менән Рифат (малсы) Мусиндар, һауынсы Зинфира Мансурова, малсылар Рәжәп Нафиҡов, Рәмил Шәрипов, Венер Бикташев, быҙау ҡараусылар Эльвира Ҡадирова, Рәмил Мөхәмәтйәнов, Азат Ғафаров (фуражсы ла), һауыу ҡорамалдары операторы Илдус Халиҡов, биналарҙы тиреҫтән таҙартыусы (ТСН) тракторсы-оператор Флүр Уразаев, мал аҙығы ташыусы тракторсы Рәйес Исламғолов үҙ бурыстарына яуаплы ҡарап эшләйҙәр, ҡарауылсылар ирле-ҡатынлы Рәмил Мөхәмәтйәнов һәм Зилә Дәүләтшинаның тырышлығы менән биналар, малдар ҡараулы.
Мал аҙығы йәһәтенән зарланырлыҡ түгел, ҡышлатыуға етерлек әҙерләнгән, һауын һыйырҙарына сенаж, иген фуражы, люцерна бесәне бирелә. Нигеҙҙә малдар тейешле рацион буйынса талаптарға ярашлы ашатыла, тәрбиәләнә. Азат Ғафаров фураж тарттырып, ат менән ҡураларға килтереп, һыйырҙарға тарата.
Мөдирҙе мал ҡураларының һыуыҡлығы борсой, биналарға капиталь ремонт талап ителә. Малдар Буруновканан килеп эшләүсе ветеринар табип Фәнис Абдуллиндың даими күҙәтеүе аҫтында.
Читайте нас: