+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Март 2021, 15:20

Ҡунаҡ ашы - ҡара ҡаршы

Беҙ, имәндәштәр күршеләребеҙ – Сәйетбаба ауыл биләмәһе менән спортта иптәштәрсә осрашыу ойошторорға һүҙ ҡуйышҡайныҡ. Ниһайәт, вәғәҙә – иман, тигәндәй, Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, йәғни 20 февралдә сәйетбабалар имәндәштәрҙе үҙҙәренә спорт байрамына саҡырҙы.

Имәндәш, Сәйетбаба, Ҡаранйылға ауылдарының ир-егеттәр командалары шахмат, шашка, өҫтәл теннисы, волейбол, бильярд уйнап, үҙ көстәрен һынаны. Шахмат, өҫтәл теннисы, волейбол буйынса ярыштарҙа имәндәштәргә етеүсе булманы, тап 1-селекте беҙҙең команда яуланы. Шашкала 3-сө урын менән генә сикләнергә тура килде. Сәйетбабалар иһә бильярдты шәп уйнай икән, 1-се урын уларҙың өлөшөнә төштө. Шашка, өҫтәл теннисы буйынса 2-се урын яуланылар. Ҡаранйылғалар шашка уйынында 1-селекте берәүгә лә бирмәнеләр, шахмат, өҫтәл теннисында иһә 3-сө урынға лайыҡ булдылар.
Ауыл мәҙәниәт йортонда уҙған спорт сараһы һуңында сәйетбабалар сәй табыны ҡороп, барыһын да һыйланылар. Уны ойоштороуҙа Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Венер Ҡунафин менән Закир Ишмырҙин тырышлыҡ һалған. Еңеүселәр Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы, тигәндәй, 22 февралдә Сәйетбаба ауыл биләмәһе командаһын үҙебеҙҙә ҡабул иттек. Имәндәш мәктәбенең спорт залында 6 ауыл: Сәйетбаба, Имәнлек, Ҡарағай, Та-
йыш, Таш-Аҫты, Имәндәш командалары араһында волейбол ярышы үтте. Сәмле бәйге Сәйетбаба во-лейболсылары еңеүе менән тамамланды. Беҙҙең студенттар командаһы – 2-се, өлкән-дәребеҙ 3-
сө урын яуланы.
Иң мөһиме шул, быйылғы Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы сиктәрендә уҙғарылған спорт байрамдарында йәше лә, ҡарты ла, йәғни 8-се класс уҡыусыһынан алып 80 йәшкә тиклем ололар ҙа әүҙем ҡатнашыуы маҡтауға лайыҡ. Ике ауыл биләмәһенең сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған ир-егеттәре Ватанды һаҡлаусылар көнөн спортзалдарҙа уҙғарҙы. Ойоштороусылар булып Мәхәмәт Урманшин, Рәфис Рәшитов, С.Түзбәков торҙо. Имәндәштәр Ҡауарҙы ауыл биләмәһе, шул иҫәптән Юлыҡ ауылы спорт һөйөүселәре менән иптәштәрсә осрашыуҙар ойоштороу уй-теләге менән яна.
Салауат ТҮЗБӘКОВ,
спорт ярыштарын ойоштороусы.
Имәндәш ауылы.
Читайте нас: