+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
16 Март 2021, 11:15

Ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршылап

Красноусолда Масленица байрамы үтте

Красноусолда Масленица байрамы үтте

Шәмбе көнө иртә менән Красноусолдағы Мәжит Ғафури майҙаны байрам төҫө алып, гөр килеп тора ине. Күңелле йыр-моң да әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып, барыһын үҙенә тарта. Ауылдарҙан был байрамға алып килгән масленица йәме булған ҡоймаҡтар һәм тәм-томдан һығылып торған өҫтәлдәр теҙелеп киткән. Тап урталыҡта һаламдан эшләнгән Масленица һылыуы урын алған. Шунда уҡ ауыл хужалығы йәрминкәһе лә ойошторолғайны.
“Ҡышты оҙатыу” байрамын район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов изге теләктәр менән асып ебәрҙе.
- Был байрам тәбиғәт уяныуын, яҙ етеүен белгертеп, һәр саҡ яңырыуға өмөт, яҡшы киләсәккә ышаныс алып килгән. Ошо яҡты көндә һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм яҙ кәйефе теләйем. Масленица һәр өйгә аңлашыу, мөхәббәт, изгелек алып килһен. Бөгөн иртән тышта минус 30 градус һыуыҡ булһа ла, был байрамдан һуң көндәр йылытыр, моғайын, - тип һөйләп үтте Ф.Ф.Сыңғыҙов барыһын да тәбрикләп.
Байрамға килеүселәр тәмле ҡоймаҡтарҙан ауыҙ итеп кенә ҡалманы, иғлан ителгән төрлө конкурстарҙа, уйындарҙа ҡатнашты, концерт ҡарап күңел асты. Сәхнәлә йырсылар, таҡмаҡсылар үҙ һәләтен күрһәтте, сараны Рәзилә Хәбибуллина менән Елена Рябова матур итеп алып барҙы. Район мәҙәниәт һарайының бейеү ансамблдәренең сығышы ла күңелгә май булып яғылды.
Арҡан тартышыу кеүек күмәк уйындарҙа ҡатнашыусыларҙы ҡарап тороу ҙа үҙе бер тамаша ине. Был уйын еңеүселәре тәмлекәстәр алып шатланды. Гер күтәреп ҡарарға теләүселәр ҙә күп булды, әммә “Имәнкәй” балалар лагерынан Илшатҡа, “Ҡыҙыл Ялан”дан Сергей Тимофеевҡа етеүсе булманы. Тотҡос менән көршәк тотоп уҙышыусылар ҙа ҡыҙыҡ ярышты. Кемдер артта ҡалһа-ҡалды, әммә көршәкте төшөрөп ебәрмәҫкә тырыштылар. “Табала оҫта ҡоймаҡ әйләндереү”ҙә ҡатнашыусылар, баштараҡ килеп сыҡмаһа ла, бер нисә тапҡыр һикертеп әйләндергәндән һуң, ҡоймаҡ әйләндерергә лә оҫтарҙылар. Был уйындарҙа ҡатнашҡандар барыһы ла үҙҙәренә тәғәйен бүләктәр алып та ҡыуанды.
Уйын-көлкө, йыр-бейеү барған арала абруйлы баһалама ағзалары өҫтәлдәрҙе ҡарап сығып, “Иң яҡшы ҡоймаҡлы өҫтәл” конкурсы еңеүселәрен билдәләне. Әлбиттә, иң-иңдәрҙе билдәләүе еңелдән булмағандыр, сөнки, һәр өҫтәл үҙенсәлекле итеп биҙәлеп, һәр ауылдың аш-һыу оҫталары төрлөсә ҡоймаҡ ҡойоп, уларға төрлө эслектәр һалып та урағандар, хайран ҡалырлыҡ итеп биҙәп тә ҡуйғандар.
Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәфис Рәшит улы Аҡҡужин еңеүселәрҙең һәр береһен сәхнәгә саҡырып Грамоталар, Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырып тәбрикләне. “Иң яҡшы ҡоймаҡлы өҫтәл” еңеүсеһе булып шәхси эшҡыуар “Николай Трофимович Фомин”, унан ҡала “Виктория” ауыл хужалығы эшкәртеү ҡулланыусылар кооперативы (етәксеһе Г.Ш.Урманшина), Ташлы, Еҙем-Ҡаран, Табын ауыл биләмәләре танылды. Ә инде “Иң яҡшы “Масленица һылыуы – 2021” ҡурсағы конкурсында өсөнсө дәрәжә Дипломға Мораҡ ауыл биләмәһе, икенсе дәрәжә Дипломға Красноусол ауыл биләмәһе, беренсе дәрәжә Дипломға Родина ауыл клубы лайыҡ булды.
Ҡоймаҡ өҫтәлдәре бик күп булды. Һәр биләмә, ауыл мәҙәниәт йорттары, клубтары ҙур тырышлыҡ һалған. Шуға ла Ҡауарҙы, Сәйетбаба, Бурлы, Яңғыҙҡайын, Мораҡ, Буруновка, Үтәк ауыл биләмәләренә, Аҡкүл, Бельский ауыл мәҙәниәт йорттарына, Ҡолҡан ауыл клубына, шәхси эшҡыуар Гөлшат Ҡаҙаҡҡолова һәм башҡаларға үҙҙәренең мул өҫтәлдәре янында халыҡты ихлас ҡаршылаған өсөн дәртләндереү приздары – Красноусолдағы “Көгөш” кинотеатрына сертификаттар тапшырылды.
Байрамдың иң мауыҡтырғыс мәле – ҡышты оҙатыу, ҡыш ҡарасҡыһын яндырып ебәреүгә һәр кем изге теләктәр теләп, насарлыҡтар юҡҡа сығыуын юрап торҙо.
Был байрамға килеүселәр майлы ҡоймаҡтан ауыҙ итеп, күңелгә яғылған йыр-моңдан илһам алып, уйындарҙа ҡатнашып күңел асты, йәрминкәнән кәрәкле әйберен дә һатып алды. Ҡышты оҙатып, һағынып көткән яҙҙы күңелле итеп ҡаршы алды район халҡы.

Читайте нас: