Бөтә яңылыҡтар
19 Март 2021, 16:40

Утыҙ туғыҙынсы йыл ҡыҙы

Ошо яҙҙың йәмле бер көнөндә Красноусол ауылында йәшәүсе Фәриха Лотфулла ҡыҙы Абдуллинаға 82 йәш тула. Балалыҡ һәм үҫмер йылдары ауыр осорға тура килгән, йәштәштәре менән бергә ауыр хеҙмәт сынығыуы алып, ныҡышмал, тырыш була белгән быуын кешеләренә һоҡланмау мөмкин түгел. Шул осорҙоң шаһиты – Фәриха Лотфулла ҡыҙы менән ҡыҫҡаса таныштырып, уның үҙе тыуған йылға арнап яҙған шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

Фәриха Лотфулла ҡыҙы Ҡауарҙы ауылында тыуып үҫкән. 6 йәшлек сағында атаһы репрессия ҡорбаны булып, әсәһе менән икәүҙән-икәү генә ҡалалар. Ауыл мәктәбендә тырышып уҡып урта белем ала. Колхоз йүнәлтмәһе буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһында тегенсе һөнәрен үҙләштереп, тыуған ауылы мәктәбендә хеҙмәт дәресендә ҡыҙҙарҙы ҡул эштәренә өйрәтә, өҫтәп уҡыусыларға биология фәненән дә белем бирә. Бер нисә йыл эшләгәс, 1964 йылда Мораҙ ауылы егете Ғәйнетдин Шәйхетдин улы Үтәгәнов менән өйләнешеп, Воркута ҡалаһында шахтер булып эшләгән һөйгәне янына килә. Әсәһен дә янына ала. Тормош иптәше менән дүрт ҡыҙ үҫтереп, хәҙер улар барыһы ла тормошта үҙ урындарын табып, һайлаған парҙары менән матур итеп донъя көтәләр. Хаҡлы ялға сыҡҡас, 1990 йылда Красноусолға ҡайтып төпләнәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр тормош иптәше баҡыйлыҡҡа күскән.
Эйе, төрлө саҡтар булған. Бакауыш – йүкә арҡан ишеп, алабута ашап, утау утап, бесән сабып үҫкән изге күңелле Фәриха Лотфулла ҡыҙы бөгөнгө көндә биш намаҙын ҡалдырмай, Ҡөрьән уҡып, ураҙа тотоп, булғанына шөкөр итеп, барына ҡәнәғәт булып ғүмер кисерә. Алда иҫәнлектә-һаулыҡта, шатлыҡ-һөйөнөстә йәшәргә яҙһын, һеҙгә!
Һеҙ кемдәр тип һораһағыҙ
Һеҙ кемдәр? – тип һораһағыҙ,
Беҙ - утыҙ туғыҙлылар…
Был хаҡта бар ишеткәндәр
Йылмайып ҡуйыусандар.
Йәнәһе, аҡыл яғынан
Нисек һуң был йылғылар?
Маҡтаныу түгел – хәҡиҡәт:
Бөгөн бөтә тарафтарҙа
Донъя терәге улар!
Уның терәге булалмай
Аҡылы быуынһыҙҙар.
Был йылғылар - һуғыш утын
Шыуышыуҙан аяҡ өҫтө
Баҫып ҡаршылаусылар.
Алабута оно ашап
Бирешмәй ҡалыусылар.
Ҡаяға тешен батырып
Гел үргә барыусылар.
Таланты менән донъяны
Хайранға һалыусылар.
Әммә баштары әйләнмәй,
Үҙ булып ҡалыусылар.
Донъяға иң кәрәк мәлдә
Ваҡытлы тыуыусылар.
Һеҙ кемдәр? – тип һораһағыҙ,
Беҙ мәңге тынысһыҙҙар.
Ғорур йылмайып әйтәбеҙ,
Беҙ – утыҙ туғыҙлылар!
Фәриха АБДУЛЛИНА.
Читайте нас