Бөтә яңылыҡтар
20 Март 2021, 14:25

Һөҙөмтәле эшләргә тырышабыҙ

Ауыл биләмәһе Советы депутаттарының киңәйтелгән асыҡ ултырышының сираттағыһы 11 мартта Яңғыҙҡайын ауылында үтте. Ауыл мәҙәниәт йортонда уҙған ултырыш эшендә район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, уның эшҡыуарлыҡ үҫеше мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Рәмил Рафаил улы Әхмәтов, район Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, административ комиссияның яуаплы секретары Юлай Мәүлимбирҙе улы Нәзиров, район Советы белгесе Марсель Барый улы Йәнмырҙин, ауыл Советы депутаттары һәм биләмәгә ҡараған ауылдар халҡы ҡатнашты.

Ултырышта уҙған йылдағы эштәргә йомғаҡ яһап, урындағы халыҡтың йәшәйеше, ауыл биләмәһенең социаль иҡтисади хәле һәм киләсәккә пландар менән Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе башлығы Ғаян Заһретдин улы Фәйезов таныштырҙы.
- Башҡа йылдарҙағы кеүек үк, 2020 йылда ла беҙҙең алда халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, биләмәнең тотороҡло үҫеш юлын дауам итеү бурысы торҙо. Йыл һуҙымында ауыл хакимиәтендә 119 кеше ҡабул ителде. Күпселеге ер, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итте.
Ауыл биләмәһендә 10 депутат округы эшләй. Былтыр 15 йыйылыш үткәрелеп, 81 һорау ҡаралды, 81 ҡарар ҡабул ителде. Уҙған йылда урындағы Совет ҡараған иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе – “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау – 2020” программаһында ҡатнашыу булды. Уның буйынса конкурста еңеп, миллион һум грант алыуға өлгәштек һәм йыйылышта ҡарар ителгәнсә, был аҡса трактор һәм “Бабочка” ҡар эттергес йыһазы алыуға тотоноласаҡ.
Программаның дөйөм күләме инфляция артыуы һәм техниканың ҡиммәтләнеүе арҡаһында бер миллион 815 мең һумға барып етте. Шуға ла бағыусылыҡ ярҙамын һәм район һәм урындағы бюджеттан финанслауҙы арттырҙыҡ. Был тәңгәлдә ҙур ярҙам күрһәткән “Төҙөлөш ресурсы” ЯСЙ-е директоры П.А.Отмаховҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ. Ул үткән йылда Янғыҙҡайын, Ноябревка, Урал ауыл-
дарына 5564 метр оҙонлоҡтағы юлды ремонтлауға ла ярҙам иткәйне. Шулай уҡ район хакимиәтенә, район Советына ярҙамдары, ҡеүәтләп торғандары өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлауҙа күрһәткән ярҙамдары өсөн баш художество етәксеһе Резеда Мөьминованы, халыҡ театры режиссеры Рәүилә Мусинаны, водитель Ғаяз Фәйезовты, “Ҡайын” МУП-ы директоры Рим Ғәлекәйевты, рәссам-биҙәүсе Рима Бикбаеваны, беҙҙең һәр саҡтағы ярҙамсыларыбыҙ Зөлфиә Мәзитованы, Зөлфиә Вахитованы, китапханасы Ләйсән Өмөтбаеваны, штукатур-маляр Венера Солтанованы хеҙмәттәре өсөн баһалап, Рәхмәт хаты тапшырып үткем килә.
Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһенә өс ауыл – Яңғыҙҡайын, Ноябревка, Урал ҡарай. Территорияһы 5830 гектар тәшкил итә. 2021 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 1021 кеше йәшәй, Яңғыҙҡайында – 979, Ноябревкала – 3, Урал ауылында 39 кеше иҫәпләнә. Мәктәпкәсә йәштәге 67 бала, 7 йәштән 18-гә тиклемге – 122, ә 18-ҙән 60 йәшкә тиклем һәм өлкәнерәк 832 кеше бар. Бюджет өлкәһендә – 37, ауыл хужалығы предприятиеларында – 42, шәхси эшҡыуарҙарҙа – 38, вахта ысулы менән 58 кеше эшләй, эшһеҙҙәр 6 кеше, ҡалғандар мал тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап үҙ хужалыҡтарында шөғөлләнә. 2020 йылда биләмәлә 8 бала тыуҙы, быйыл йәш ғаилә – Әлиә менән Юлай Ғафаровтарҙың улы тыуҙы, 20 кеше вафат булды.
Биләмәлә 21 күп балалы, 3 имен булмаған, 8 тулы булмаған ғаилә иҫәпләнә. Улар менән ауыл хакимиәте ҡарамағындағы бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия ағзалары әүҙем эшләй.
Шәхси хужалыҡтарҙа бөтәһе 646 баш һыйыр малы, шуларҙың 211-е һыйырҙар, 472 баш һарыҡ-кәзә, 7840 ҡош-ҡорт, 24 сусҡа, 28 ат, 287 бал ҡорто умартаһы иҫәпләнә. Яңғыҙҡайын ауылында йәшәүсе Ишморатовтар, Ғафаровтар, Рамазановтар, Фәйзуллиндар ғаиләһе 15-20 баш эре мал, Филүс Сабитовтың ғаиләһе 81 баш һарыҡ аҫрай.
Башҡарма властың иң мөһим бурыстарының береһе – бюджет аҡсаларын үҙ ваҡытында һәм дөрөҫ итеп тотоноу. Биләмәлә һалымдарын ваҡытында түләмәүселәр ҙә бар.
Һуңғы өс йылда биләмә ауылдарына 334 яҡтыртҡыс ҡуйылды. Был эштә Рим Ғәлекәев менән Вячеслав Садаевтың тырышлығы ҙур булды.
Һыу селтәрҙәрен “Ҡайын” МУП-ы хеҙмәтләндерә. Уҙған йылда 10 йортҡа һыу индерелде, бөтәһе 293 йортҡа һыу үткән. Кемдәр тотонған һыуҙы иҫәпләүсе прибор ҡуйҙыртмаған, уларға тиҙ арала иҫәпләгес ҡуйҙырырға кәрәк буласаҡ.
Шәхси йорттарға газ үткәреү 80,5 процент тәшкил итә. Былтыр 4 ғаилә үҙ йортона газ үткәргән.
Биләмә халҡы йылдан-йыл шәхси хужалыҡтарын төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирә, өмәләрҙә лә әүҙем ҡатнашалар.
Тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған янғын һағы командаһында 5 кеше эшләй. Мәктәптә йыл һайын янғын һағы хәүефһеҙлеге буйынса класс сәғәттәре үткәрелә, профилактик эштәр башҡарыла.
Социаль-иҡтисади үҫешкә биләмәләге күп һанлы эшҡыуарҙар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм Ленин исемендәге колхоз эшмәкәрлеге ҙур йоғонто яһай. Ленин исемендәге колхозды һәм КФХ-ны Риф Мөьминов етәкләй. Икеһендә лә малсылыҡ һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнәләр. Ленин исемендәге колхозда 400 баш мал, шуларҙың 100-ө һыйырҙар, 60-ы ат, КФХ-ла 69 баш һыйыр малы иҫәпләнә. “Ҡайын” МУП-ы һыу селтәрҙәре, урамдарҙағы яҡтылыҡ, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу менән шөғөлләнә. ШЭ “РҒ.Ғафаров” КФХ-һы малсылыҡ, ҡортсолоҡ һәм ағас быстырыу эштәрен башҡара. Шәхси эшҡыуар М.З.Фәйезов икмәк һәм башҡа ҡамыр ризыҡтары бешерә, кафеһы эшләй, ә З.Р.Садиҡова кондитер ризыҡтары етештерә. Шәхси эшҡыуарҙар А.С.Лоғоманова, З.Ш.Тимерова, Н.В.Полякова һатыу эше менән шөғөлләнә.
2020 йылда ауыл биләмәһе территорияһында РФ-ның инвестиция программаһы буйынса “Солар Системс” ҡояш электр станцияһы төҙөлдө. Бында беҙҙең биләмәләге кешеләр өсөн генә түгел, күрше ауыл биләмәләре халҡы өсөн дә һәйбәт эш хаҡы булған эш урындары табылды.
Биләмәлә көндөҙгө 10 койка-урынға иҫәпләнгән табиплыҡ амбулаторияһы эшләй. Унда 2 табип, 1 фельдшер, 3 шәфҡәт туташы, лаборантка, санитар, физкабинетта шәфҡәт туташы ауылдаштары һаулығы һағында тора.
Урта мәктәптә (директоры Р.З.Насиров) 16 уҡытыусы 198 уҡыусыға белем һәм тәрбиә бирә. Шулай уҡ биләмәлә мәктәпкәсә йәштәге төркөм эшләй, унда 35 бала йөрөй.
Быйыл да бергәләп һөҙөмтәле эш алып барып, юғары күрһәткестәргә өлгәшергә тырышырбыҙ, - тип тамамланы үҙ сығышын Ғ.З.Фәйезов.
Биләмәнең ветерандар советы рәйесе Шамил Ҡаһармановҡа һүҙ бирелеп, ул үткән йылға йомғаҡ яһаны, эшләнгән эштәрҙе барланы.
Район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Ф.Һ.Зәйнетдинов үҙ сығыштарында райондағы дөйөм хәл-торош, киләсәккә пландар тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үттеләр. Административ комиссияның яуаплы секретары Ю.М.Нәзиров урамдарҙы төҙөкләндереү, эттәрҙе бәйҙә тотоу тураһында әйтеп китте. “Эко-Сити” белгесе урынлаштырылған сүп йыйыу майҙансыҡтары, түләүгә килгәндә - 10 көнгә бер тапҡыр биләмәнән йыйылған сүп-сар сығарылғанда 55 һум түләйәсәктәрен аңлатып китте. Биләмә халҡы тағы ла ауылға ике яҡлап та кергән ергә ошо ерлектән сыҡҡан ике геройҙы күрһәтеп торған баннер эшләтергә кәрәклеге, Ноябревка (Сапар) ауылына газ үткәреү, йәй көндәре Егән буйын туристар бысратыуы, төлкөләр күбәйеүе, һыйыр тиреһен ҡайҙа ҡуйырға тигән һорауҙарын да бирҙе.
Яңғыҙҡайын ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән ултырышы ҡарар ҡабул итте һәм ошоноң менән үҙ эшен йомғаҡланы.
Читайте нас