Шундай предприятиеларҙың береһе – район үҙәгендә Гагарин урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан көнкүреш техникаларын ремонтлау менән шөғөлләнеүсе “Меридиан” ЯСЙ-е. Районда ярайһы уҡ билдәлелек яулаған шәхси предприятие үҙ эшмәкәрлеген 2003 йылда башлай һәм бөгөнгө көнгәсә тотороҡло эшләп килә. Шәхси эшҡыуар Салауат Тәлғәт улы Ҡаһарманов етәкселегендә 4 кеше эшләй. Ғаилә бизнесы тип атарға була, ҡатмарлы көнкүреш техникаһын ремонтлауҙа мастерҙар Салауат Тәлғәт улының улдары Рәмил менән Илдар Ҡаһармановтар, Владимир Жигалов шөғөлләнә, бухгалтер - Алия Мөхәмәтйәнова. Предприятие килешеүҙәр буйынса Красноусол Балалар шифаханаһы, үҙәк район дауаханаһы, мәктәптәр, балалар баҡсаларының кухня ҡорамалдарын, һыуытҡыстарҙы, шулай уҡ ҙур һөт һыуытҡыстары булған колхоздарҙы хеҙмәтләндерә. Оҫталар район үҙәге халҡына үҙ хеҙмәттәрен күрһәтеүҙән тыш, заявкалар буйынса сауҙа нөктәләрендә, ауылдарға ла сығып, ватылған ҡатмарлы көнкүреш техникаһын йүнәтә. Көнкүреш техникаһын еңелсә генә төҙәтеү кәрәккәндә, был мәсьәлә урында хәл ителә, ә ҡатмарлыраҡ ремонт талап ителгәндә, үҙ транспорттарында алып китеп, йүнәткәс, кире алып барып тапшырыуҙары халыҡ өсөн бигерәк уңайлы.
-Халыҡта көнкүреш техникаһы уғата күп, улар ватылмай тормай, шуға ла эш тә бик күп. Айырыуса йәй көндәре заказдар күбәйеп китә, йүнәтеп кенә өлгөрт, мастерҙар заявкаларҙы үҙ ваҡытында теүәлләргә тырышып эш итә. Техника ремонты ҡатмарлыраҡ булғанда, 1-2 көнгә һуҙыла, ә еңелерәктәре тәүлек арауығында йүнәтелә. Беҙгә күҙ төбәп килеүселәрҙең береһен дә ярҙамыбыҙҙан ташламайбыҙ, мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышабыҙ, - ти Салауат Тәлғәт улы.
Ҡулланыусыларҙа ҙур һорау менән файҙаланылған был көнкүреш техникаһын ремонтлау предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын – Көнкүреш хеҙмәте күрһәтеүселәр көнөн лайыҡлы ҡаршылай һәм эшмәкәрлектәренән халыҡ ҡәнәғәт.