+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Март 2021, 09:00

Уңыштар һеҙгә!

Хөрмәтле халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре! Һөнәри байрамығыҙ уңайынан ихлас ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ.

Иҡтисадтың иң ҡатмарлы тармаҡтарының береһе булған торлаҡ-коммуналь хужалыҡта һөнәрҙәренең социаль әһәмиәтен аңлаған, халыҡтың уңайлы һәм яҡшы шарттарҙа йәшәүе өсөн яуаплылыҡ тойған хеҙмәткәрҙәр эшләй.
Кешеләрҙең кәйефе, йәшәү кимәле башлыса күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатына, һеҙҙең юғары һөнәри оҫталыҡҡа бәйле. Йорттарыбыҙ йылы, яҡты, урамдарыбыҙ төҙөк, таҙа, юлдарыбыҙ тигеҙ булһын, һыу менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡтар булмаһын өсөн ҙур тырышлыҡ һалып эшләйһегеҙ. Һеҙҙең көсөгөҙ менән ауылдарыбыҙ йылдан-йыл матурлана, кешеләрҙең көнкүреше яҡшыра, яңы төр хеҙмәттәр барлыҡҡа килә, уларҙың сифаты күтәрелә.
Еңел булмаған фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн бар хеҙмәткәрҙәргә, айырыуса йәштәргә лайыҡлы өлгө күрһәткән тармаҡ ветерандарына, рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Һаулыҡ, күңел күтәренкелеге, уңыштар, бөтмәҫ дәрт һәм ғаилә именлеге теләйем.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: