+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Март 2021, 14:30

Ҡырым менән бергә!

18 мартта республиканың һәр төбәгендә Ҡырым һәм Севастополдең тулы хоҡуҡлы субъекттар булып Рәсәй Федерацияһы составына инеүенә 7 йыл тулыуға арналған спорт саралары ойошторолдо.

Красноусолда район хакимиәте ойошторған “Ҡырым яҙы” Бөтә Рәсәй йүгереүендә ҡатнашыу өсөн уҡыусылар һәм өлкәндәр “Йәшлек” паркына йыйылды. Яҙғы ҡояш та уларҙы дәртләндереп торҙо, барыһы ла спорт сараһынан көс-дәрт, яҡшы кәйеф алып таралышты.
- Герой-ҡала Севастополь – Ҡара диңгеҙ флотының тыуған ере. Балаклава һәм Керчь, Малахов һәм Сапун тауы – һәр береһе беҙҙең өсөн ҡәҙерле. Улар хәрби дан һәм ҡаһарманлыҡ символы. Шуға күрә Ҡырым һәм Севастополь – беҙҙең тыуған еребеҙ, уларҙың Рәсәйгә ҡушылыуы – тарихи дөрөҫлөктөң тормошҡа ашыуы ул, - тине район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов был көндөң әһәмиәтен баһалап. – Ошо иҫтәлекле көнгә беҙ еңел атлетика йүгереше – сәләмәтлек һәм рух күтәренкелеге байрамын арнаныҡ. “Ҡырым яҙы” һәр кем өсөн тыныслыҡ, берҙәмлек һәм тыуған илгә һөйөү символы булһын.
Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында Ҡырым менән Рәсәйҙең ҡушылыуын ғафуриҙар күркәм спорт сараһы үткәреп билдәләне.
Читайте нас: