Мәктәптәрҙә ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһы дәрестәре, һүрәт-плакаттар конкурстары үтте, уҡыусылар теш һаулығы буйынса викторина-уйындарҙа, анкета тултырыуҙарҙа ҡатнашты. Красноусолдағы 2-се мәктәптә Красноусол үҙәк район дауаханаһы теш табибы Светлана Ғәниева һәм Ҡарағай урта мәктәбендә Ҡарағай фельдшер-акушерлыҡ пункты теш табибы Илдар Мәхмүтов уҡыусылар менән әңгәмәләр үткәрҙе. Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында был сара айырыу-
са киң ҡолас алды.