Бөтә яңылыҡтар
24 Март 2021, 12:40

Һоҡланғыс һүтелә ғүмер йомғағы

Һоҡланғыс матур парҙар бик күп, әммә бер-береһен ярты һүҙҙән аңлашып, бер-береһенең булмышын тулыландырып йәшәгән күркәм, өлгө алырҙай ғаиләләр һирәк осрай. Яҙмыш һуҡмағында осрашып, тирә-яҡтағыларҙы һоҡландырып, тормош юлында сағыу эҙ ҡалдырып, бәрәкәтле ғүмер кисергән ошондай ғаиләләрҙең береһе – Үтәк ауылында йәшәүсе Әсәҙуллиндар ғаиләһе менән таныштырмаҡсымын.

Фәриҙә Ибраһим ҡыҙы менән Рәүф Зөфәр улы икеһе лә бер үк ауылда,
тәүгеһе – ун (5 ҡыҙ, 5 малай), икенсеһе ете балалы ишле ғаиләлә үҫә. Бер үк йылда Үтәк урта мәктәбенә уҡырға төшәләр, бер класта белем тауҙарына үрләйҙәр. Уны тамамлағандан һуң, ҡыҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы бухгалтерҙар мәктәбендә иҫәп өҫтәле бухгалтеры һөнәрен үҙләштереп, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Һәм хеҙмәт юлын “Егән” колхозы бухгалтерияһында башлай. Ауылдаштары йәш белгескә ышаныс күрһәтеп, Үтәк ауыл Советына депутат итеп һайлайҙар һәм ауыл советында секретарь вазифаһына тәғәйенләнә, артабан хаҡлы ялғаса эштәргә идара итеүсе йөгөн тарта. Был яуаплы хеҙмәттең эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел һәм ҡатмарлы. Һәр мәсьәлә теүәллек, эште дөрөҫ итеп башҡарыуҙы талап итә. Эш йомғаҡтары, ауыл Советының хужалыҡ эштәренән, дәүләт ҡарарҙарын бойомға ашырыу буйынса алып барылған эштәрҙән тыш, үҙенә күҙ төбәп, ярҙам һорап килгән һәр кем менән һәйбәт мөғәмәләлә булырға, кеше күңеленә тел асҡысы таба, шәфҡәтлелек күрһәтә белергә лә кәрәк. Фәриҙә Ибраһим ҡыҙы, лайыҡлы хеҙмәт юлы үтә.
Ә егет 9-сы кластан һуң, Стәрлетамаҡта һөнәрселек училищеһында слесарь һөнәренә эйә булып, химзаводта хеҙмәт юлын башлай. Ошонда уңышлы ғына эшләп йөрөгәндә әрме хеҙмәтенә алына. Армия сафында ла һынатмай ул, хәрби частың бүлексә командиры итеп тәғәйенләнә, яҡшы хеҙмәте өсөн маҡтаулы билдә менән бүләкләнә. Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, Стәрлетамаҡта автомәктәп тамамлай һәм водитель таныҡлығы алыуға өлгәшә. Олоғайған атай-әсәһен (Рәхимә менән Зөфәр) ҡарау уйы Рәүфте 1972 йылда йәнтөйәгенә алып ҡайта. Ниндәй генә эште атҡарырға тура килмәй уға ауылда: һәр береһен намыҫ менән, еренә еткереп үтәргә тырыша. Оҙаҡ йылдар “Егән” колхозында водитель, комбайнсы, ойоштороу һәләтенә эйә егет тиҫтә йыллап бригадир, хәүефһеҙлек техникаһы һәм малсылыҡ буйынса инженер-механик булып эшләй. Ауылда уҙған бер сара ла Рәүфтән башҡа үтмәй, спорт ярыштарында ла әүҙемдәр рәтендә була, мәргәнлектә уға етеүсе булмай, оҫта волейболсы ла. Ғөмүмән, һәр яҡлап оҫта һәм ҡулынан килмәгән эше юҡ, тиҙәр уның хаҡында ауылдаштары. Колхоздағы эштән бушаған арала ауылдаштарына бесән-һалам, утын һәм башҡаһын килтереүҙә ярҙамынан ташламай. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, төҙөлөш, тимер, электр, хатта теген эштәрен дә ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Атайҙан күргән...тун бескән, тигәнде иҫкә төшөрөп, заманында атаһы Зөфәр Зиннәт улы тирә-яҡҡа тун, бүрек, фуфайка тегеүсе булып танылған тегенсе-ир-уҙаман булған. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеүе лә ата-әсәһенән килә, улар данлыҡлы ҡортсо булғандар.
1973 йылдың декабрендә Үтәк ауылында гөрләп туй үтә. Фәриҙә Ибраһим ҡыҙы менән Рәүф Зөфәр улыныҡы була ул. Клас-таштар өйләнешеп, яҙмыштарын бер бөтөн итә. Пар ҡанат талмай, тигәндәй, Әсәҙуллиндар ҙа пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп йәшәп алып китә. Башта атай-әсәйҙәре менән бергә йәшәһәләр, артабан матур итеп йорт һалып инәләр, йорт тирәһендә төрлө ағас-ҡыуаҡлыҡтар ултыртып, еләк-емеш үҫтереп, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, 48 йыл татыулыҡта ғүмер итәләр. Хеҙмәттең төбө – хөрмәт тигәндәй, ауылдаштары алдындағы эштәре өсөн уларҙың икеһе лә абруй, ихтирам ҡаҙанған шәхестәр.
Ғәҙәттә оҙон-оҙаҡ ғүмер үткәс (икеһе лә 70 йәштәрен билдәләгән), һәр кем тормош юлын барлап, үтелгән ғүмеренә баһа бирә. Был тәңгәлдә Әсәҙуллиндарҙың ғорурланып телгә алырлыҡ эштәре байтаҡ, үтелгән юлдары йөҙ ҡыҙартырлыҡ түгел.
Читайте нас