+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
25 Март 2021, 09:00

Рух һаҡсылары байрамы менән!

Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!
Был байрам – Ғафури еренең мәҙәни мираҫын ҡәҙерләп һаҡлаусы һәм арттырыусы, халыҡтың рухи булмышын үҫтереүсе кешеләргә рәхмәт әйтеү өсөн һәйбәт мөмкинлек ул. Һеҙ таланттарға балҡырға, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡларға булышлыҡ итәһегеҙ, матурлыҡты күрергә һәм баһаларға өйрәтәһегеҙ, тормошобоҙҙо гармония һәм нәфислек менән тулыландыраһығыҙ.
Районыбыҙҙың мәҙәниәт усаҡтары йылдан-йыл күберәк кешене йыя. Ижад коллективтары төрлө кимәлдәге конкурс һәм фестивалдәрҙә яуланған уңыштары менән ҡыуандыра. Һеҙҙең тырышлыҡ менән район тормошо гөрләп бара. Китапханаларға йөрөүселәр һәм тамашасылар һаны арта, һәүәҫкәр коллективтар яңы һәләттәр менән тулылана. Традицияға әйләнгән күп мәҙәни саралар халыҡ араһында ҙур популярлыҡ яулай.
Юғары һөнәри оҫталығығыҙ, изгелекле йөрәгегеҙ, белемегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙең илһамлы хеҙмәтегеҙ артабан да район халҡы һәм килгән ҡунаҡтар күңелендә ҡайнар хистәр тыуҙырыр тип ышанам.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ижад ҡомары, бөтмәҫ дәрт, яңы бейеклектәрҙе яулауығыҙҙы теләйем. Бәхет, мөхәббәт, уңыштар һеҙгә!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: