+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Март 2021, 14:25

Байрам сараһы күңелле үтте

Игенйылға мәҙәниәт йортонда 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан “Ҡатын-ҡыҙҙар – донъя йәме” тигән байрам сараһы уҙҙы.

Байрамға йыйылған гүзәл заттарҙы ауыл хакимиәте башлығы Юнир Зиннур улы Әхмәров ҡотлап үткәс, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ дүртәрләп, ике командаға бүленеп ярышты. “Ҡояш нурҙары”, “Умырзая” командалары бәйгегә етди әҙерләнгәндәр. Матур итеп биҙәлгән өҫтәлдәр ризыҡтарҙан һығылып торҙо. Бигерәк тә йәш килен Лилиә Мәүлетова әҙерләгән торт биҙәлеше һәм тәме буйынса, хатта магазиндарҙыҡынан да айырылып тора ине. Һәр кем үҙе менән таныштырғас, бәйге башланып китте. Ҡатнашыусылар әфлисун ҡабығынан таҫма ла киҫтеләр, сүкеш менән ҡаҙаҡ та ҡаҡтылар, бант та бәйләнеләр, милли кейемгә реклама ла яһанылар, ит үткәргесте лә йыйҙылар, концерт номерҙары ла күрһәттеләр.
Бәйге концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Сараны биҙәгән Рәмзиә Мәҡсүтова, Рәмилә Ибраһимова, Римза Кәлимуллина, Лилиә Мәүлетова, Фәрхәт Йәнбәковҡа, кескәй артистарыбыҙ – бер туған Мәүлетовтарға моңло йырҙары өсөн, баянда уйнаған Айҙар Ғайсаровҡа ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Командаларға дөрөҫ баһа биргән жюри ағзалары Г.Абсаттарова, А.Мәҡсүтова, А.Нәзирова үҙҙәренә ышанып тапшырылған эште намыҫлы башҡарҙылар. Тамашасылар ҙа бик әүҙем булдылар.
Был көндә коллегабыҙ Гөлнара Зәки ҡыҙы Баймөхәмәтованың да юбилейы булғанлыҡтан, коллектив уға ла матур теләктәр юлланы.
Ошондай күркәм сара үткәреүгә матди яҡтан ярҙам күрһәткән ауыл хакимиәтенә, буран булыуға ҡарамаҫтан, сараға килгән тамашасыларға ла сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА,
Игенйылға ауыл мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе.
Читайте нас: