Сара ике көн барҙы. Беренсе көндә көс, һығылмалыҡ, сыҙамлылыҡ, атышта үҙҙәрен һынап ҡараһалар, икенсеһендә саңғыла уҙыштылар. Лина Мөхәмәтйәнова, Арыҫлан Ғизетдинов - икенсе, Элина Гусельникова, Васим Дибаев - өсөнсө, Карина Торопкина, Егор Ергунов дүртенсе баҫҡыста булдылар.
Ғафури районы исеменән Красноусолдағы 1-се мәктәптең йыйылма командаһы сығыш яһаны. Дөйөм команда иҫәбе буйынса беҙҙең балалар 6-cы урын алдылар. Карина Торопкина үҙ иҫәбендә 3-сө урын яуланы. Был, әлбиттә, һәйбәт күрһәткес.
Ошо фестивалде ойоштороусыларға, уҡыусыларҙы әҙерләгән тренерҙарға һәм физкультура уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ә уҡыусыларға киләсәктә уңыштар, спорт рухлылығы, ирешелгәндәр менән туҡтап ҡалмауҙарын теләп ҡалабыҙ.
ГТО буйынса тест үткәреү үҙәге администраторы.