+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Март 2021, 15:25

Күңелдәргә ялҡын өҫтәүселәр байрамы

25 март көнө район мәҙәниәт һарайында Рәсәй мәҙәниәте көнө киң билдәләп үтелде.

Сәнғәт донъяһында барыбыҙҙы сағыу сығыштары менән һоҡландырып, рухи байлыҡ таратыусы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов, район Советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ф.Һ.Зәйнетдинов, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Р.Р.Аҡҡужин тәбрикләп, бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырҙылар. Фәнзил Ғәлин Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Сара йыр-моң, бейеү һәм башҡа сығыштар менән үрелеп барҙы.
Читайте нас: