+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Март 2021, 11:30

Республика Башлығы бүләгенә лайыҡ булды

Һәр тармаҡтың да үҙ оҫталары, уңғандары, иң-иңдәре була. Павловка почта бүлексәһе начальнигы Альфира Ғөбәй ҡыҙы Хисамова ла почта тармағы алдынғыларының береһе.

Һәр тармаҡтың да үҙ оҫталары, уңғандары, иң-иңдәре була. Павловка почта бүлексәһе начальнигы Альфира Ғөбәй ҡыҙы Хисамова ла почта тармағы алдынғыларының береһе.
Йылдың-йылы Павловка почта бүлексәһе ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙҙырыу, тауар әйләнеше буйынса еткерелгән планды тотороҡло үтәп килә. 7 ауылды берләштергән бүлексәнең айырыуса уңышлы эшмәкәрлегендә почтальонкалар Нажия Хисаметдинова, Лилиә Хисамова, Любовь Гапонованың да өлөшө ҙур. 34 йыл ғүмерен почта элемтәһе тармағына бағышлап, намыҫлы, тырыш хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған уңған, тәжрибәле, үҙ эшен яратып, еренә еткереп башҡарған, асыҡ, изге күңелле Альфира Ғөбәй ҡыҙын башҡаларға өлгө итеп ҡуялар.
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, тигәндәй, етәкселек тә уның эшен күреп, һәр саҡ баһалап тора. Район хакимиәте, район Советы, Талбазы почтамтынан бирелгән күп һанлы, шулай уҡ Федераль почта элемтәһе идаралығының Маҡтау грамоталары ошо хаҡта һөйләй. Альфира Хисамова “Башҡортостан Республикаһының почта хеҙмәте отличнигы” маҡтаулы исемен йөрөтә, “Элемтә ветераны” ла. Ошо көндәрҙә был ҙур бүләктәргә йәнә берәү өҫтәлде, Альфира Ғөбәй ҡыҙы Хисамова Башҡортостан Республикаһы Башлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Ул юғары наградаға һөҙөмтәле эше, элемтә тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр, намыҫлы хеҙмәте өсөн лайыҡ булған. Ҡотлайбыҙ! Уңыштар һеҙгә!
Читайте нас: