Уҡыу йортоноң ике ҡаты фойеһында буйынан-буйына һәр төрлө ризыҡтарҙан, ауыл хужалығы продукцияларынан һығылып торған өҫтәлдәр теҙелеп киткән, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, бәйләм әйберҙәр, гөлдәр, биҙәүестәр һәм башҡаһы бар ине. Йәрминкәлә туңдырма (10 “А” класс), шәкәр мамығы (1 “А”, 5 “А”, 8 “А” кл.) һатҡан урында ҙур сираттар хасил булған. Ғөмүмән, йәрминкәлә һәр класс әүҙемлеге менән айырылды. Күп йылдар дауам иткән был матур йола киләсәктә лә дауам итер тигән теләктә ҡалабыҙ.