Һәҙиә Фахразый ҡыҙы Әбүзәроваға (Ишкина) 23 мартта 80 йәш тулды. Медицина ветераны үткән ғүмере хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлаша.
- Беҙ Уҫман ауылында йәшәнек. Ғаиләбеҙ ҙур түгел ине. Атайым – уҡытыусы, инәйем – хужабикә. Биш баланың икәүһе генә – 1936 йылғы ағайым һәм мин иҫән ҡалғанбыҙ. Атайымды күреп һөйләшергә лә, ҡосаҡлап, арҡамдан һөйөүен тойорға ла насип булманы. Ул мин тыуырға 12 көн ҡалғас, мәрхүм булған.
Инәйем йәшләй, 29 ғына йәшендә тол ҡала, беҙҙе, ике баланы һәм 26 йыл ҡәйнәһен тәрбиәләп ҡарай. Миңә 7 йәш булғанда, өләсәйем атайымдың тыуған ауылында үҫеүемде теләп, мине үҙенең янына, Имәндәшкә алып ҡайтты. Унда 7-се класҡа тиклем уҡып, урта мәктәпте Сәйетбабала тамамланым. Мәктәпте яҡшы тамамлаһам да, ул заманда ҡайҙалыр уҡырға инеүҙе уйларға ла түгел ине. Мотлаҡ 2 йыл колхозда эшләргә кәрәк булды.
Ярайһы ваҡыт үтһә лә, берәй һөнәргә уҡыу теләгенән дүнмәгән инем, тегенселәр әҙерләү училищеһына уҡырға инергә тип, Күмертау ҡалаһына юлландым. Әммә бында мине, үҙемдең теген машинаһы булмағас, уҡырға алманылар. Шунан ҡалалағы 6-сы техник училищеға штукатур-малярлыҡҡа документтарымды тапшырҙым. Ошо һөнәр буйынса 7 йыл Күмертау ПМК-һында эшләнем. Ҡайҙа, нимәләр генә төҙөмәнек. Эшемдә хөрмәт итеп торҙолар һәм бригадир итеп тәғәйенләнеләр. Республиканан Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеләр, хеҙмәт кенәгәһенә индереп, премиялар ҙа бирә торғайнылар. Тик тыуған яҡ ныҡ һағындыра ине. Әммә ауылға ҡайтырҙан алда унда айырыуса ҙур һорау менән файҙаланылған берәй һөнәр алырға кәрәклеген дә аңлай инем.
1962 йылда Граждандар оборонаһы йүнәлешендә ике йыллыҡ киске медицина курстары асылды. Медицинаны ярата инем, тап ошо курстарға уҡырға индем дә инде. 1962-1964 йылдарҙа уҡыу менән бер рәттән эшләп тә йөрөнөм.
1964 йылда курсты тамамлағас, Имәндәшкә ҡайттым. Июндә алты йыл дуҫлашып йөрөгән Рәсүлгә тормошҡа сыҡтым. Ирем бик яҡшы кеше булды, нисәмә йылдар инде бергәбеҙ, был бик һирәктәргә төшкән бәхет.
Рәсүл сентябрҙә Ауыл хужалығы институтына уҡырға китте. 1965 йылдың октябрендә тәүге сабыйыбыҙ – улыбыҙ тыуҙы, декрет ялына сыҡтым. Уға 6 ай тигәндә эшкә сыҡтым. Имәндәштә йә инәйемдә, йә ҡәйнәмдә йәшәнем. Бер эш хаҡын алты кешегә бүлергә тура килде, ирем - студент. Эшкә йәйәү йөрөнөм, аҙаҡтан велосипед һатып алдым.
1966 йылдың 10 майында Ҡарағай фельдшер-акушерлыҡ пунктында патронаж шәфҡәт туташы булып эш башланым. Фельдшер Римма Ивановна Попкова (Семёнова) ине. Икебеҙҙең иңдә 6 ауылдан ике меңдән ашыу кеше иҫәпләнде. Ә ауылдарҙа – бетләү, ҡысынма, трахома, туберкулез. Һәр кесаҙна – профилактика көнө. Бер юлы өсәр: Некрасовка, Яңы Ҡауарҙы, Яңы Тайыш, артабан Юрмаш, Мораҙ, Ҡарағай ауылдарына сыға инек.
1974 йылда туберкулезды бөтөрөүгә өлгәштек. Аҙна һайын дарыуҙар таратып йөрөнөк. Хәҙер генә эш документация һәм ҡағыҙға ҡоролған, ә элгәре һәр кемдең янына бар, аңлат, дарыуҙы тарат, кәңәш бир, кәрәк икән, әрлә...
Римма Ивановна менән шулай 28 йыл бер төптән эшләнек. Тора-бара мине йәнә уҡырға өгөтләнеләр, һәм миңә 16 йыл акушерка булып эшләргә тура килде. Үҙемдең пациенткаларыма бик талапсан инем. Ошо йылдарҙа бары тик өйҙә бәпесләүҙәр генә булды. Йөклө ҡатындарға: “Мин һеҙҙе түгел, ә сабыйҙарығыҙҙы йәлләйәсәкмен”, - тип әйтә торғайным.
1994 йылда мине Ҡарағай ауылы табиплыҡ амбулаторияһына фельдшер итеп тәғәйенләнеләр. Һәр пациентым хаҡында барыһын да белеп торҙом: нисек йәшәй, көнитмеше, ғаилә хәле, сәләмәтлек торошо хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Халыҡ араһында абруйым ҙур булды, был хаҡта баҫалҡылыҡты артҡа ташлап әйтәм.
Мин медицинаға 41 йыл ғүмеремде бағышланым. Бик күп яҡшы кешеләр минең яҡындарыма әйләнде. Эшем мине кеме менәндер оҙаҡ йылдарға бәйләне, бәғзеләре менән ҡыҫҡа ваҡытҡа таныш булып ҡалдыҡ, әммә күптәрҙе иҫләйем: Р.И.Попкова, Л.Н.Раянова, С.Ғ.Шәрәфетдинова, Л.И.Кузнецов, Р.М.Маннанова, Р.М.Фәттәхов, З.В.Вәлишева, М.Ғ.Ибәтуллина, М.С.Исламова, А.Ҡунафин.
Үҙем дә бик тырыш булдым. Йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап, төрлө эштәр башҡара инем: комсомол район комитетының иҫәп секторы, КПСС ағзаһы, халыҡ ултырышсыһы, депутат. Һөҙөмтәлә, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы”, “Хеҙмәт ветераны” исемдәренә лайыҡ булдым, “Һуғыш балалары” миҙалы менән бүләкләндем, хеҙмәттәге уңыштарым өсөн өс тапҡыр путевка буйынса шифаханала ял итеп ҡайттым, ғаилә архивында күп һанлы Маҡтау грамоталары һаҡлана.
67 йәшемдә хаҡлы ялға киттем. Ҡалған ғүмеремде йорт-хужалығыма һәм ғаиләмә бағышлап, ғүмер йомғағын һүтәбеҙ. Тормош иптәшем Рәсүл Ғәлимйән улы менән ике ул тәрбиәләп үҫтерҙек. Өлкәне – Хәмит – 17 йыл Ҡарағай урта мәктәбе директоры йөгөн тартты, хәҙер уҡытыусы булып эшләй. Кесеһе – Хәлит – Себерҙә водитель. Ике киленем менән татыу йәшәйбеҙ.
Мин һәр ваҡыт кеше өсөн яуаплылыҡ тойҙом һәм улар ҙа миңә ышанды. Бөгөн шуны әйткем килә: кешеләр намыҫҡа тап төшөрмәй, матур йәшәһендәр, кәмһетелеүгә дусар булмаһындар, үҙҙәрен дә һәм башҡаларҙы ла ихтирам итһендәр. Лайыҡлы ғүмер итһендәр. Һәм, әлбиттә, һау-сәләмәт булһындар!
Виктория МАЛЬГАЖДАРОВА,
үҙәк район дауаханаһының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгес.