Шаймарҙановтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып 1939 йылдың 20 ғинуарында донъяға килә Марат. Бала сағы ауыр һуғыш дәүеренә тура килгән малай, башҡа тиҫтерҙәре кеүек үк, тормош ыҙаһын мул татый. Һуғыш башланыу менән, атаһы Хәлил Ширәй улын әрмегә алалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул уҡ йылда ул Ленинград фронтында батырҙарса һәләк була. Йәшләй тол ҡалған Рабиға Абдрахман ҡыҙы дүрт баланы, аслы-туҡлы булһа ла, матур итеп тәрбиәләп үҫтерә.
Алты йәше тулғас, зирәк аҡыллы Марат мәктәпкә бара – бындағы сихри белем донъяһы уны тулыһынса арбап ала. Уҙған быуаттың 50-се йылдарында ауыл тирәһендә нефть эҙләргә белгестәр килә. Уларҙың эшен ситтән генә ҡыҙыҡһынып күҙәткән үҫмер ошо һөнәргә эйә булыу тураһында хыяллана башлай. 7-се класты тамамлағас, ул дуҫтары менән Ишембай техникумына юллана. Нефть сығарыусылар төркөмөнә эләгә алмаһа ла, Марат төшөнкөлөккә бирелмәй – электрик һөнәрен үҙләштерә һәм быға һис тә үкенмәй.
Ир аҫылы эштә беленә
Йәш белгес хеҙмәт юлын «Башэлектромонтаж» тресының 5-се төҙөү-монтажлау идаралығында ябай электрик булып башлай. 1962 йылда Марат Шаймарҙановҡа өлкән прораб вазифаһын йөкмәтәләр. Был ойошмала алһыҙ-ялһыҙ эшләп йөрөһә лә, ныҡыш егет Өфө нефть институты филиалында ситтән тороп белем алырға ҡарар итә. Иртә таңдан ҡара төнгә тиклем эштә, артабан сессияларҙа булған ғаилә башлығы бер килке хатта балалары менән дә аралашырға ваҡыт еткерә алмай. Әммә тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит – Марат юғары белемле инженер һөнәренә эйә була.
Уңғанлығы, тынғыһыҙлығы һәм эшкә яуаплы ҡарауы менән абруй ҡаҙанған Марат Хәлил улы артабан, Ишембай электр селтәрҙәре етәксеһе вазифаһында 15 йыл намыҫлы эшләп, төрлө наградаларға лайыҡ була. 1976 йылда иһә (37 йәшендә генә!) «Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған энергетигы» тигән маҡтаулы исем алыу шатлығын кисерә.
Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Марат Хәлил һәр хеҙмәт урынында үҙен намыҫлы, талапсан етәксе итеп таныта. Уның ойоштороу һәләтен, кешеләр менән уртаҡ тел таба белеү маһирлығын да күҙҙә тотоп, Шаймарҙановты ҡаланың торлаҡ хужалығы тресына етәксе итеп тәғәйенләп ҡуялар.
Ир аҫылы эштә беленә, тип юҡҡа әйтмәгәндәр – яңы вазифала яңы үрҙәр яулай Бурлының аҫыл улы. Ҡаланы төҙөкләндереү, торлаҡ фондын йүнәтеү, урам-скверҙарҙы күркәм хәлдә тотоу – быларҙың барыһы ла күп ваҡыт һәм фиҙаҡәрлек талап итә. Бер йыл эсендә торлаҡ хужалығы тресының берҙәм коллективы, социалистик ярыш еңеүсеһе булып танылып, Октябрь байрамы айҡанлы ойошторолған демонстрацияның башында барыу хоҡуғын яулай.
1981 йыл М.Х. Шаймарҙановтың хеҙмәт биографияһына өр-яңы бит яҙа – үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ танылған тәжрибәле белгескә Республика торлаҡ хужалығы берекмәһенең баш инженеры вазифаһын ышанып тапшыралар. Марат Хәлил улы бөтөн республика буйынса торлаҡ-хужалыҡ фондының хәл-торошо өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә ала. Ҡала-райондарҙағы күп фатирлы йорттарҙы йүнәтеү, предприятиеның етештереү базаларын төҙөү кеүек яуаплы бурыстар һәр саҡ уның иғтибар үҙәгендә була.
Ете йыл егелеп эшләгән булдыҡлы етәксегә йәнә яңы вазифа йөкмәтәләр – Марат Шаймарҙанов Республика торлаҡ хужалығы производство берекмәһенең етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Шулай итеп, ул тағы ла меңәрләгән кешеләрҙең тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу, йорттарҙа, ихаталарҙа яңы уңайлыҡтар тыуҙырыу кеүек көндәлек, әммә үтә лә яуаплы эштәргә сума.
Яңы үрҙәр, яңы бейеклектәр
Торлаҡ-коммуналь тәғәйенләнештәге продукция етештереү маҡсатында тынғыһыҙ етәксе «Башжилхоз» берекмәһен ойоштороуға ирешә. 1990 йылда инде бер тармаҡта оҙаҡ йылдар намыҫлы һәм фиҙаҡәр эшләгән Марат Хәлил улы «РСФСР-ҙың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ була.
Баҙар иҡтисады шарттарында хужалыҡ иҫәбендә эшләүҙе яйға һалыу көн үҙәгендә торған төп мәсьәләгә әүерелә. Ошо маҡсатта 1992 йылда «Башжилкоммунпром» етештереү предприятиеһы булдырыла һәм генераль директор итеп һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылған, дәрт-дарманы ташып торған Марат Шаймарҙановты тәғәйенләп ҡуялар. Уның етәкселегендә ҡала һәм райондарҙа йәнә тармаҡ өсөн кәрәкле материалдар етештереүгә махсуслашҡан предприятиелар һәм продукцияны һатыу өсөн магазиндар төҙөлә.
Берекмәнең эшен ойоштороуға заманса ҡараған, яңы хеҙмәт алымдарын оҫта ҡулланған, ғөмүмән, барса эште киң ҡолас менән алып барған маһир етәксене 1995 йылда республикабыҙҙың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары, артабан беренсе урынбаҫары итеп үрләтәләр.
Был вазифала биш йыл эшләгәс, хаҡлы ялға туҡтау мөҙҙәте етә. Әммә Марат Шаймарҙановҡа пенсияла ятырға насип булмай – бай тәжрибәле етәксене министрлыҡ ҡарамағындағы Торлаҡ хужалығы идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләп ҡуялар. Тармаҡ өсөн продукция етештереү маҡсатында Марат Шаймарҙанов тәҡдиме менән министрлыҡ ҡарамағында коммуналь хужалыҡ өсөн кәрәк-яраҡ етештереү цехы булдырыла. Артабан Марат Хәлил улының тырышлығы менән йорт түбәләрен ябыу материалы етештереү өсөн Ишембай ҡалаһында «Кровлестом» заводы төҙөлөп, 1998 йылда файҙаланыуға тапшырыла. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ҡатнашып, төҙөүселәрҙең эшенә юғары баһа бирә. Ошо уҡ йылда Марат Шаймарҙановҡа йәнә бер юғары награда – Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы тапшырыла.
Хаҡлы ялға туҡтағас, өйҙә тик ятыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмаған Марат Хәлил улы 2002 йылда “СтройОйл” исемле компания ойоштороп ебәрә. Был ойошма республикабыҙҙың Өфө, Салауат, Ишембай ҡалаларында һәм ҡайһы бер райондарҙа байтаҡ йылдар торлаҡ йорттар, төрлө биналар төҙөү эше менән мәшғүл була. 2015 йылда Өфө районының Булгаков ауылында Шаймарҙановтар ғаиләһе һәм бағыусыларҙың матди ярҙамы менән “Мираҫ” мәсете ауыл мосолмандарына ишеген аса.
Ныҡлы терәк ғаиләһе
Ғүмер буйы эш тип янып-көйөп йәшәгән кешенең, айырыуса етәксенең, “тылы” ныҡ булырға тейеш. Был йәһәттән Галина Михайловна Марат Хәлил улының ныҡлы терәге, уның күңел торошон яҡшы тойған, ғаилә усағын һаҡлап тотҡан хәстәрлекле ҡатын, балаларының һөйөклө әсәһе була.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2012 йылда ярты быуаттан ашыу пар аҡҡоштай татыу ғүмер иткән хәләл ефете ваҡытһыҙ донъя ҡуйғас, Марат Хәлил улының ныҡлы ҡанаты һынғандай була. Нисек кенә ауыр булмаһын, ул ҡайғыһын эш менән баҫа.
Шаймарҙановтар аҡыллы, тәүфиҡлы ике бала – Лилиә һәм Элина исемле ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтерә. Өлкән ҡыҙҙары – музыка белгесе, Республика музыка колледжы уҡытыусыһы булып оҙаҡ йылдар эшләп, инде хаҡлы ялға туҡтаған. Әммә алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тигәндәре хаҡ: йүнсел ханым атаһының эшен дауам итә. Педагог-психолог һөнәренә эйә булып, артабан эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Элина иһә ғаиләһе менән хәҙерге көндә Словакияла донъя көтә.
Балаңдың балаһы балдан татлы шул: Марат Хәлил улы ейән-ейәнсәрҙәре Марат, Марсель, Камил, Диләрә һәм Миләүшәнең ҡаҙаныштары тураһында айырыуса һөйөнөп һөйләр ине. Әйткәндәй, кесе ейәнсәре әле Австрияның баш ҡалаһы Венала белем ала.
«Минең исемемде йөрөткән Марат ейәнем (Фәйзуллин – Н.С.) төрлө музыка ҡоралдарында оҫта уйнай, хәҙер инде билдәле композитор, – тигәйне ул эске ғорурлыҡ менән. – Башҡа вариҫтарым да ата-әсәләрен дә, беҙҙе лә уҡыуҙағы һәм эштәрендәге уңыштары менән һәр саҡ ҡыуандырып торҙо». Кесе йәштән музыка менән шөғөлләнгән Марат респуб-
лика, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа бер нисә тапҡыр лауреат булыуға өлгәшә. Әйткәндәй, 26 мартта (М.Х. Шаймарҙановтың баҡыйлыҡҡа күсеүенә 40 көн тулыр алдынан) рок-музыка оҫтаһы, композитор Марат Фәйзуллиндың Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында концерты була. Эйе, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлығын күреп-кисереп йәшәү – үҙе бер бәхет.
Мираҫ булыр изгелектәре
Ләкин тәҡдир үҙенекен итә шул... Һуңғы йылдарҙа сирләп йөрөгән аҡһаҡалдың йөрәге тибеүҙән туҡтай. 2021 йылдың 17 февралендә тирә-яҡҡа иман нуры сәсеп торған Аллаһ йорто Марат Хәлил улы менән бәхилләшеү урыны булды. Көн буранлап торһа ла, йыназаға халыҡ бик күп йыйылғайны. Бурлы ауылынан делегация етәксеһе булып килгән ауыл хакимиәте башлығы А. К. Хәйретдинов мәрхүмдең тыуып үҫкән ауылының ысын патриоты булыуы, унда һыу үткәргес, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә һәйкәл төҙөтөүе, йылдың-йылы 9 майҙа йүгереү буйынса эстафета уҙғарыуы һәм башҡа эштәрҙе башҡарыуҙа ҙур ярҙам күрһәтеүе тураһында бәйән итте. Дин әһелдәре һәм урындағы мәхәллә ағзалары исеменән сығыш яһаған Исмаил хәҙрәт Марат Хәлил улының Булгаков ауылында мәсет төҙөтөүгә күп көс сарыф итеүе, төрлө милләт вәкилдәрен бер дини ҡорға туплауы һәм кешеләргә ҡылған изгелектәре хаҡында һөйләне. М.Х. Шаймарҙановтың яҡын дуҫтары, элекке дәүләт эшмәкәрҙәре М.Х. Шаһиев, Р.Ф. Ибраһимов һәм башҡалар мәрхүмдең кешелек сифаттарына баҫым яһап, уның юғары мәҙәниәтле, эшлекле һәм баҫалҡы шәхес булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ошо юлдарҙың авторы иһә, Өфөлә йәшәгән “Беҙ – ғафуриҙар” ойошмаһы исеменән Марат Хәлил улының ғаиләһе һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, киләсәктә уның иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһен күтәрҙе.
Изгелек ҡыл да һыуға һал: балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халыҡ белер, тиҙәр. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған энергетигы Марат Хәлил улы Шаймарҙановтың алты тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт эшмәкәрлегендә ябай халыҡ мәнфәғәтендә башҡарған оло эштәрен, ҡылған изгелектәрен бер ниндәй бизмән менән дә үлсәрлек түгел. Улар «Мираҫ» мәсете һәм уның исеме кеүек килер быуындарға изге мираҫ булып ҡалыр. Тыуған ауылы өсөн тауҙай эштәр атҡарған ҙур шәхестең иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән яҡташтары Бурлы урамдарының береһенә уның исемен бирер, мәктәп музейында айырым экспозиция булдырылыр һәм ул башлап ебәргән Еңеү эстафетаһы артабан инде Марат Шаймарҙанов иҫтәлегенә бағышлап үткәрелер, тип өмөтләнәйек. Йәнә лә шуны әйтеү урынлы булыр: республикабыҙҙың күренекле дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәренең рухын шатландырып, Өфө районының Булгаков ауылы мәсетен уны төҙөткән шәхес исеме менән атаһалар, бик тә сауаплы һәм изге ғәмәл булыр ине.
... Уты һүнһә лә, ҡуҙы ҡала, тиҙәр. Алты тиҫтә йыл ғүмерен кешеләргә яҡтылыҡ, йылылыҡ һәм иман нуры өләшеүгә арнап, улар өсөн заманса тормош-көнкүреш уңайлыҡтары, рухи-мәҙәни шарттар булдырыуға күп көс һалған Марат Хәлил улы мәңге һүнмәҫ-һүрелмәҫ ҡуҙҙар ҡалдырҙы – улар тере хәтер булып рәхмәтле яҡындары, яҡташтары, дуҫтары һәм дини ҡәрҙәштәренең күңелен оҙаҡ йылдар буйы йылытып торор әле.
Ниязбай СӘЛИМОВ,
филология фәндәре кандидаты.