Бөтә яңылыҡтар
30 Март 2021, 18:30

Эшләнгән эштәргә байҡау яһап, алдағыларын планлаштырып

Ауыл биләмәләрендә урындағы Совет депутаттарының асыҡ киңәйтелгән ултырыштарының һуңғыһы 12 мартта Красноусол ауылында үтте. Район мәҙәниәт һарайында уҙған ултырыш эшендә район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, уның урынбаҫарҙары, район Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, район ойошма-предприятиелар, төрлө хеҙмәттәр етәкселәре, ауыл Советы депутаттары һәм ауыл кешеләре ҡатнашты.

Йыйылыусылар алдында Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Анатолий Константинович Ващенко ауыл хакимиәтенең һәм Советының 2020 йылғы эшмәкәрлеге буйынса отчет тотто.
Районыбыҙҙа иң ҙур муниципаль берәмек булып Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһе иҫәпләнә. Биләмәгә ҡараған 5 ауылда (Красноусол, Курорт, Аҡташ, Умартасылыҡ хужалығы, Заречный) 5 310 йорт-хужалыҡ булып, халыҡ һаны 13 325 мең кеше иҫәпләнә.
Сығыш яһаусы Анатолий Константинович билдәләүенсә, 2020 йылда ауыл биләмәһе бюджеты 57 миллион һумдан ашыуыраҡ булған. Был сумманың бик аҙ ғына өлөшө ауыл советының үҙ килеме (һалымдар, йыйымдар һ.б.), ә аҡсаның күпселек өлөшө (40 миллиондан ашыуы) – район, республика, федераль бюджеттан һәм башҡа сығанаҡтарҙан йәлеп ителгән түләүһеҙ субсидиялар.
- Был сумманың 24 миллион 795 мең һумы – Юл фонды аҡсалары, улар юлдарҙы тотоуға һәм ремонтлауға йүнәлтелде. Йәнә 24 миллион 184 мең һум аҡса – дотация һәм башҡа субсидияларға. Ихата биләмәләрен төҙөкләндереү программаһы (“Башҡорт ихаталары”) бу-
йынса 4 миллион һумдан ашыу, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы сиктәрендә 1 миллион 300 мең һум аҡса үҙләштерелде.
Алда билдәләнеүенсә, ауыл биләмәһе бюджеты 57, 012 млн һум булһа, сығымдар 57 млн 273 мең һум тәшкил итеп, бюджет аҡсалары күп кенә бурыстарҙы һәм функцияларҙы башҡарыуға йүнәлтелде.
Урындағы юлдарҙың торошо темаһы һәм уның менән бәйле юл өҫлөктәре сифатын яҡшыртыу кеүек мәсьәләләр ауыл биләмәһе халҡы өсөн иң көнүҙәктәр иҫәбендә булып ҡала. Һәм тап ошо йүнәлеш ауыл биләмәһе хакимиәтендә, төҙөкләндереү менән бер рәттән, өҫтөнлөклөләрҙең береһе. 2020 йылда юлдар ремонтланды, яңылары ла төҙөлдө.
“Красноусол коммуналь хужалығы” МУП-ы көсө менән юлдар күтәртелде, был тәңгәлдә 4 млн 830 мең һум аҡса тотонолдо. Шулай уҡ “СТК” ЯСЙ-е бригадалары ла ярайһы ғына эш башҡарҙы – 1 млн 863 мең һум сарыф ителде. Бынан тыш, “АгроДорСтрой” ЯСЙ-е көсө менән 3,5 млн һумға ауыл биләмәһендәге юлдар ремонтланды. Юлдарҙың соҡор-саҡырлы урындарын ямау ауыл биләмәһенә 600 мең һумға төштө. Эштәр бының менән генә бөтмәне әле.
Район үҙәгендә ярайһы ғына үҙгәрештәргә “Башҡорт ихаталары” программаһы ярҙамы менән өлгәшелде. Красноусолдағы бер нисә күп фатирлы йорт подъездары, инеү урындары, ихаталары ремонтланды һәм бик матур заманса төҫ керетелде.
“Сүп-сар реформаһы”на килгәндә, был тәңгәлдә Красноусолда һәм Аҡташ ауылында контейнер майҙансыҡтары төҙөүгә һәм сүп-сар бактары урынлаштырыуға 320 мең һумдан ашыу аҡса тотонолдо.
Юл инфраструктураһы элементтарына – билдәләр, светофор урынлаштырыуға иғтибар бүленде. Һуңғылары 957 мең һумға ҡуйылды. Төҙөүселәр Красноусолдағы Йәшел (Зелёная) урамында йәйәүлеләр өсөн яңы күпер эшләп ҡуйҙы, ул ауыл биләмәһе бюджетына 335 мең һумға төштө. Ауыл биләмәһе бюджетынан ҙур Боҙ ҡаласығы төҙөлөшөнә – 350 мең һум, район үҙәгенә ингән урында бер нисә арт-объект урынлаштырыуға 330 мең һум аҡса тотонолдо.
Пандемия менән бәйле сикләүҙәр булыуға ҡарамаҫтан, ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре халыҡ менән бәйләнеште өҙмәне, консультациялар, кәрәкле белешмә һәм документтар бирелде, граждандар сходтарында (бөтәһе 16 булды) мөһим, әһәмиәтле мәсьәләләр хәл ителде. Ауыл советында граждандарҙы ҡабул итеү барышында төрлө кимәлдәге 7 мең 300 белешмә бирелде, - тине А.Ващенко.
Анатолий Константинович шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге, берәҙәк эттәр проблемаһына туҡталды, имен булмаған ғаиләләр менән алып барылған эштәр, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге һәм башҡалар хаҡында бәйән итте.
Биләмә башлығының сығышынан һуң район хакимиәтенең административ комиссияһы яуаплы секретары Ю.М.Нәзиров БР Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодекстың мөһим йүнәлештәре менән таныштырҙы. Красноусол ауыл биләмәһе участка уполномоченныйы И.Д.Осипов район эске эштәр бүлегенең 2020 йылғы эшмәкәрлеген барланы.
Асыҡ ултырыш һуңында район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов сығыш яһап, ҡыҫҡаса райондағы хәл-торошҡа байҡау яһаны. Былтырғы һәр кем өсөн ауыр йылда үҙ-үҙҙәрен аямай, ҙур тырышлыҡ күрһәткән табиптарға, урта медицина хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ уҡытыусыларға, ирекмәндәргә, эшҡыуарҙарға рәхмәтен белдерҙе.
Дөйөм алғанда, ултырыш эшлекле шарттарҙа үтте. Красноусол ауыл Советының 14 депутатынан 11-е ҡатнашлығында уҙған асыҡ киңәйтелгән ултырышта ауыл биләмәһе Советы һәм биләмә башлығының 2020 йылғы эшмәкәрлеге ҡәнәғәтләнерлек тип табылды. Ошоноң менән асыҡ ултырыш үҙ эшен йомғаҡланы.
Читайте нас