+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Март 2021, 10:00

Китап аҙналығы көтә

Район мәҙәниәт һарайында урынлашҡан Балалар китапханаһы 29 марттан 2 апрелгәсә Балалар китабы аҙналығына саҡыра. Һеҙҙе бында ҡыҙыҡлы конкурстар, уйындар, әҙәби викториналар, концерт номерҙары һәм өр-яңы йәнһүрәттәр көтә.

29 мартта “Уҡығыҙ, уҡығыҙ, биттәрҙе асығыҙ!” аҙналыҡты асыу тантанаһы;
30 мартта “Йәнә орбитала караптар” конкурс-күңел асыу программаһы;
31 мартта “Бар балаларҙың йәштәше” А.Л.Бартоның 115 йыллығына арналған әҙәби байрам;
1 апрелдә “Сәләмәт булыу – шәп!” уйын программаһы.
2 апрелдә “ Фән – киләсәккә юл!” танып белеү калейдоскопы.
Саралар 14.00 сәғәттә башлана.
Рәхим итегеҙ!
Балалар китапханаһы.
Читайте нас: