-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
31 Март 2021, 13:55

Яҙғы баҫыу эштәре алдынан Хужалыҡтарҙа техниканың торошон тикшереү талап ителә

“Гостехнадзор” инспекцияһы раҫлаған махсус графикҡа ярашлы, районда ауыл хужалығы предприятиеларының, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ техниканың торошон тикшереү бара.

Һынауҙың сираттағыһы 24 мартта “ШЭ Г.М.Тахтаров” хужалығында үтте. “Гостехнадзор” инспекцияһы начальнигы С.Ф.Лукин етәкселегендәге комиссияны әҙерлек һыҙығындағы 10 берәмек техника бер рәткә теҙелеп ҡаршы алды.
Хужалыҡ етәксеһе Геннадий Тахтаров техника паркын яңыртыу менән даими шөғөлләнә. Техник тикшереүгә ҡуйылған тракторҙарҙың барыһы ла әле генә заводтан сыҡҡандай, өр-яңы кеүек, ялтлап ултыра. Иң тәүгеләрҙән булып һынауҙы хужалыҡтың ҡеүәтле “К-744” (“Кировец”) менән “К-700” тракторҙары үтте. “Тимер ат”тарҙы ағалы-энеле Беляевтар: тәүгеһен хужалыҡтың иң тәжрибәле механизаторҙарының береһе, 30 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә Василий менән һуңғыһын бында 3 йыл тракторсы булып эшләүсе, бабаһынан техника серҙәрен төшөнөүсе Андрей әҙерлек һыҙығына ҡуйған. Үҙҙәре ауыҙлыҡлаған техниканы “имтиханға”: “Т-150К”-ны (“ХТЗ”) Евгений Дашков, “Джон-Дир”-ҙы Нияз Хәкимов, өс “Беларус-82.1”-ҙе Валерий Мәҡсүтов, Максим Павлов, Дмитрий Пастухов, “МТЗ-80”-де шулай уҡ иң тәжрибәле һәм ҙур стажлы тракторсы Александр Минеев, “ЧЛМЗ 310.1” экскаватор-тейәгесте Владимир Шестаков, “Мерло” фронталь-тейәгесен Алексей Тахтаров әҙерләгән. Бар техника техник тикшереүҙе уңышлы үтте.
“Гостехнадзор” инспекцияһы начальнигы Сергей Лукин техник тикшереүгә иң яҡшы әҙерләнгән хужалыҡтарҙың береһе булы-уын билдәләп үтте, һәр механизатор үҙенә беркетелгән техниканы көйләүгә етди ҡараған, документтар тәртиптә, категорияларға тап килә, техника страховкаланған, тракторҙар баҫыуға сығырға тулыһынса, кәрәк булһа, иртәгә үк эш башларға әҙер. Бары тик баҫыуға сығырға рөхсәт талоны алырға ғына кәрәк. Иң мөһиме: баҫыу эштәре барышында хәүефһеҙлек техникаһын теүәл үтәү шарт, тине дәүләт инспекторы. Техниканың ғына түгел, коллективтың да эшсән булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Бер нисә механизаторҙың Архангелка, Үзбәк ауылынан килеп эшләүен иҫәпкә алып йылы аш та ойошторғандар. Ашнаҡсылар Әсмә Мостаева менән Гөлдәр Аралбаева уларҙы тәмле аштары менән һыйлай.
Хужалыҡтың тырыш, үҙ эштәренә яуаплы ҡараған механизаторҙары баҫыуҙа ла һынатмаҫ.

Читайте нас: