Конкурстың йомғаҡлау сараһы 24 мартта Өфөлә 31-се халыҡ-ара АгроКомплекс махсуслаштырыл-ған күргәҙмәһе сиктәрендә үтә. Аделина Вафина “Амарант үҫтереүҙең перспективалары һәм хужалыҡ ҡиммәте” тигән темаға фәнни-тикшереү проектын уңышлы яҡлап, 2-се дәрәжә Диплом һәм компьютер креслоһы менән бүләкләнгән.
Был Аделинаның тәүге еңеүе түгел, тырыш ҡыҙ уҙған йыл ошо уҡ конкурста өсөнсө урын алғайны. Шулай уҡ быйылғы уҡыу йылында “Юннат-2020” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеүсе булып, республика Фән һәм мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ була. Ғилми эҙләнеү эше менән күптән шөғөлләнгән Аделинаға артабан да яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.