Күркәм йорт алдында туҡтау менән Миңлебаевтарҙың асыҡ, эскерһеҙ күңеле кеүек шар асыҡ торған ҡапҡа-ишектән эскә үтәбеҙ. Был йортта 2004 йылда ҙурлап “Ҡаҙ өмәһе” байрамы үткәрелгәндән хужаларҙың ниндәй кешеләр булыуы гәзит яҙмаһынан күңелдә уйылып ҡалған. Барып кереү менән улар беҙҙе ихлас ҡаршы алып, үҙҙәренең тормош хәлдәре тураһында бер-бер артлы һөйләп тә алдылар.
- Өйҙә лимон үҫтерергә хыялланам. Шуға ла ноутбукта лимон биреүсе үҫентеләр тураһында ҡыҙыҡһынып ҡарап ултыра инем. Былтыр йәй көнө ауырып дауаханала ятҡанда, ҡараһалар ҙа, нишләптер бүлмә гөлдәрем юҡҡа сыҡҡан. Яран гөлөнөң орлоғон яҙҙырып алып ултырттым, хәҙер сығып, үҫеп киләләр инде, - тип, үҙенең нимә менән мәшғүл булыуы тураһында һөйләп үтте Тәнзилә Әбделбарый ҡыҙы.
Ул Ҡотлоғужа ауылында Фатима менән Әбделбарый Халиҡовтарҙың берҙәм, эшһөйәр ғаиләһендә тыуып үҫкән. Был ғаиләлә дүрт бала: иң өлкәндәре Рәдиф, Рәмил (мәрхүм) һәм малайҙарҙан ҡала Тәнзилә, төпсөктәре Венера буй еткерә. Тәнзилә Әбделбарый ҡыҙы 3-сө класҡа тиклем тыуған ауылы мәктәбендә, һуңынан ата-әсәһе Красноусолға күсенгәс, бындағы 1-се мәктәпкә уҡырға килә. Ғаиләләре яңынан ауылға ҡайтҡас, 8-се класты Ҡотлоғужала тамамлап, Салауат педагогия училищеһына уҡырға керә тырыш, ныҡышмал ҡыҙ. Ошонда уҡығанда дөрөҫ һөнәр һайлауына шатланып бөтә алмай. Уны уңышлы тамамлағас, тәүге педагогик хеҙмәт юлын Буруновка мәктәбендә башлай. Рәшиҙә Мөхйәнова апайҙарға йәшәргә өйгә керә. Ғүмер буйы һауынсы булып эшләгән ҡатын уға тормош һабаҡтары ла бирә. Уның балалары менән әле лә дуҫлашып, аралашып йәшәй Тәнзилә Әбделбарый ҡыҙы.
Бер йыл был ауылда эшләгәс, яҙмыш елдәре Яңғыҙҡайын ауылы егете Ришат Миңлебаев менән осраштыра һәм улар бер-береһен оҡшатып, күп тә үтмәй, сәстәрен сәскә бәйләй. Үҙенең эшен яратып өлгөргән уҡытыусы Яңғыҙҡайында хеҙмәт юлын дауам итә. Һуңғараҡ Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында башланғыс кластар факультетында уҡып, юғары белемгә эйә була. Балалар тырышып уҡыһын, аң даирәһе ныҡлы үҫешһен өсөн бар тырышлығын, һәләтен, йөрәк йылыһын бирә ул. Уҡыусыларын шәхес итеп тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйып, улар менән уртаҡ тел табып эшләй. Талапсан, ғәҙел, тура һүҙле, һәр ваҡыт асыҡ, яғымлы ҡарашлы булғаны өсөн коллегалары, уҡыусылары, атай-әсәйҙәр алдында хөрмәт ҡаҙана, яңғыҙҡайындар ихтирам итә уны. Әле лә уҡытҡанда булған төрлө хәлдәрҙе, уҡытыу алымдарын сағыштырып, балалар менән эшләгән саҡтарын бирелеп, уҡыусылар алдында баҫып торған кеүек һөйләй ул. Тәнзилә Миңлебаеваға күп йыллыҡ емешле хеҙмәтенә оло баһа - “Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исем дә бирелгән.
Яңғыҙҡайын ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Халыҡ театры”ның оҫта образдар тыуҙырыусы актеры ла булып тора Тәнзилә Әбделбарый ҡыҙы. Бик күп ролдәрҙе оҫта башҡарып, тамашасылар һөйөүен дә яулауға ирешкән.
Матурлыҡҡа ғашиҡ ҡатын йорт алдында төрлө сәскәләр үҫтерергә ярата. Яратҡан гөлдәренең береһе булған георгиндарҙың ғына 33 төрөн үҫтерә. Үҙе эшләгән ваҡытта уҡытыусылар конференцияһында үтә торған Сәскәләр байрамында бер һабаҡтан унға яҡын сәскә ебәргән георгиндарын күреп, күптәр ошо һоҡланғыс матурлыҡҡа таң ҡалғандыр. Ошо сәскәләргә һөйөүе өсөн уны “Мадам Георгина” тип йөрөтөүселәр ҙә бар. Яңы алған теген машинаһында тағы ла әллә нимәләр эшләргә хыял ҡора фантазияға бай хужабикә.
Тәнзилә Миңлебаева алдынғы ҡарашлы уҡытыусы, һөйөклө ҡатын булыу менән бер рәттән ике улға әсәй булған ғәзиз кеше лә. Өлкән улдары Азамат килендәре Эльмира менән күркәм йорт һалып, ата-әсәһенең йортонан йыраҡ түгел урында йәшәйҙәр. Ризуан, Нәргизә, Замир исемле балалар үҫтерәләр. Килене Эльмира ла ҡәйнәһе һөнәрен һайлаған. Тәжрибәле уҡытыусы әле эш алымдарын өйрәтеп, кәңәштәрен бирер алмашсыһы булыуына һөйөнөп бөтә алмай. Кесе улдары Айрат ғаиләһе менән Красноусолда төпләнеп, кәләше Зәлиә менән Сабина, Айҙар исемле балалар тәрбиәләйҙәр. Улдары Балалар ижады үҙәгендә эшләй. Әсә кеше ейән-ейәнсәрҙәренең килеүен көтөп ала. Уларға альбомдар, буяуҙар алып ҡуйып, уҡыу серҙәре менән дә уртаҡлаша. Күп йылдар механизатор булып эшләгән тормош иптәше Ришат Миңнияр улы уның төп таянысы, терәге.
Хәҙерге осорҙа күп кеше ишек-ҡапҡаһын ғына түгел, күңел байлығына ла йоҙаҡ элеп, ҡараңғы битарафлыҡ, вайымһыҙлыҡ донъяһына сумған. Ә Тәнзилә Миңлебаева һәр кемгә үҙенең белгәнен өйрәтеп, күңел байлығын ихлас таратып, бөтә яҡлап тәжрибәһен һөйләп, яҡшылыҡ бөркөүсе алсаҡ кеше булыуы менән үҙенә тарта. Тормош иптәше менән 40 йыл татыулыҡта, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, матур ғүмер кисерәләр. Киләсәктә лә йортоғоҙҙан ҡот-бәрәкәт китмәһен, әлегеләй балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысында, шатланып ғүмер кисерергә насип булһын.