Үткән шәмбе көнө районыбыҙ йәштәре район мәҙәниәт һарайында уҙғарылған “Саф ел” тип аталған йәштәр мәғариф форумына йыйылды. Көнө буйы барған күңелле һәм файҙалы форумда йәштәргә үҙҙәрен төрлө яҡтан һынап ҡарарға, төрлө тренингтарҙа ҡатнашырға, үҫеш юлдарын нисек булдырырға икәнлегенә төшөнөргә, аралашырға форсат ҙур булды. Улар алдында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, районыбыҙҙың билдәле эшҡыуарҙары сығыш яһаны.
Районыбыҙҙа дүртенсе тапҡыр уҙғарылған йәштәр форумына илленән артыҡ дәртле йәштәр – күпселек өлкән класс уҡыусылары килгәйне. Район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов та тамаша ҡылды был сараны. Район хакимиәте һәм Ғафури районы Йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһы йәштәре тарафынан бай һәм мауыҡтырғыс программа төҙөлгәйне. Был сара йылдан-йыл популярлыҡ ала барыуын да әйтеп китергә кәрәктер. Йәштәр иң тәүҙә теркәлеү үтеп, тамаша залына кереп ултырҙы. Форум йәш йырсы Владислав Ларионовтың дәртле йыры менән башланып китте. Лиана Үзбәкова йәштәр форумын асыҡ тип иғлан иткәс, барыһын да йәштәр өсөн мөһим булған осрашыу менән тәбрикләне һәм ҡатнашыусыларға был сараға килгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Артабан район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова сығыш яһап, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов һәм үҙе исеменән барыһына ла изге теләктәр теләне, район йәштәрен берҙәм, әүҙем булырға саҡырҙы. Районда айырыуса уҡытыусы, табип һөнәрҙәренә, ауыл хужалығы белгестәренә, эшсе көстәргә ҡытлыҡ булыуын, эшкә ҡайтыусыларға һәр яҡлап ярҙам буласағын - шул йәһәттән төҙөлөш өсөн ер биреү, субсидия, льготалы кредиттар бирелеүен белдерҙе, төбәгебеҙҙең киләсәге ошо йәштәр ҡулында икәнлеген дә әйтеп китте.
Тантаналы сығыштарҙан һуң тематик эш майҙансыҡтары үҙ эшен башланы. Иң тәүҙә Башҡортостан Республикаһының Йәш яҡташтар берлеге Президенты Ғәйнислам Атанғолов мауыҡтырғыс сығышында йәштәрҙең иғтибарын йәлеп итеп, үҙенең ун ике тормош ҡағиҙәһенән өлгө килтерҙе. Маҡсаттарға нисек өлгәшеү, үҫеш юлдары тураһында ҡыҙыҡлы итеп, дәлилдәрҙе донъя тарихы практикаһынан һәм үҙ тормошонан килтереп һөйләне.
Унан һуң сығыш яһаған крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Виталий Смирновтың сығышы ла ҡыҙыҡлы булды. Ул үҙенең фермаһын булдырыу тәжрибәһе: 2013 йылда ябай булмаған ҙур юл - “Күркәм дөйәғоштар” фермаһын асыуы һәм ауыл хужалығы йүнәлешендәге “Йыл эшҡыуары – 2019” респуб-лика конкурсында еңеүҙәре,
киң танылыу алыуҙары, шулай уҡ брендтың элеккегә ҡарағанда үҫеш кисереүе тураһында һөйләп үтте. Уға “Ферманың беренсе ҡунағы кем булды?”, “Был фермала ниндәй хайуан иң ҡиммәте булып һанала?” кеүек һорау биреүселәр ҙә күп булды.
Спикерҙарҙың беренсе бүлеге йәш эшҡыуар – “Әкиәт” кафеһы директоры Эльмира Фәхретдинованың ғаилә бизнесы сере тураһында һөйләгән сығышы менән тамамланды. Бер аҙ арып киткән “Саф ел” форумында ҡатнашыусыларҙы залда кофе-брейк көтә ине.
Хәл алғас, йәштәрҙе фитнес-тренер Юлиә Әбйәлилова сәләмләне. Ул үҙе тураһында һөйләп, сәләмәт булыу һәм үҙеңдең торошоңдо күҙәтеп барыу тураһында файҙалы яңылыҡтары менән уртаҡлашты. Башҡортостандың студент отрядтары ойошмаһы вәкиле Артем Баймөхәмәтов өлкән клас-тар өсөн психологик тренинг үткәрҙе. Сығышы һуңында бында ҡатнашыусылар менән бергә “Изгелек эшлә” йырын да башҡарҙы.
Сара һуңында конкурста эҙләнеү проекттары менән ҡатнашып, еңеүсе булған Азамат Ғәлимуллин менән Александра Әбүбәкирова бүләкләп үтелде. Шулай уҡ был форумда әүҙем ҡатнашҡан йәштәр ҙә бүләкһеҙ ҡалманы.
Йәштәр форумы эшлекле шарттарҙа үтте. Сара йәштәргә үҙҙәрен күрһәтеү, яңы таныштар, дуҫтар табыу, өлгөлө йәштәрҙән үрнәк алыу өсөн мөмкинлек тә бирҙе. Уларҙың үҙ-ара аралашыуы, фекер уртаҡлашыуы, төрлө мәсьәләләрҙе күтәреүе әһәмиәтле булды.