-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
2 Апрель 2021, 09:36

Юғары әҙерлек күрһәттеләр Районда урман янғындарын һүндереү буйынса төбәк күнекмәләре үтте

26 мартта район үҙәгенән алыҫ түгел, Ҡыҙыл Дубровка ауылы эргәһендә янғынға ҡаршы төбәк уҡыуҙары үтте. Республиканың төрлө лесничество етәкселәре һәм эшселәре йыйылған сарала янғын һүндереү техникаһы һәм көстәре ҡаралды һәм шартлы янғын ваҡытындағы эш итеү күнекмәләре уҙҙы.

Уҡыуҙа Башҡортостан Республикаһы Урман янғындарын һүндереү һәм иҫкәртеү үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһының III типтағы “Ишембай” урман янғын станцияһы һәм Ғафури участкаһы личный составы ҡатнашты. Бөтә ҡорамалдары һәм инвентары менән янғынға ҡаршы тороу-сы өс берәмек техника, шулай уҡ Ғафури, Әлшәй, Архангел, Бәләбәй, Маҡар, Туймазы, Стәрлетамаҡ лесхоздарының һәм Ғафури районы МЧС-ы көсө йәлеп ителгәйне. Уҡыуҙа урман участкаларын арендаға алыусылар ҙа ҡатнашты.
Янғын һүндереүселәрҙең күнекмәләрен Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министры урынбаҫары Азамат Баев күҙәтте. Республикала дәүләт урман фонды ерҙәрендә ут сығыу менән бәйле хәл-ваҡиғаларҙы кәметеү һәм уларҙы тиҙ арала һүндереү буйынса БР Урман хужалығы министры ҡуйған бурысты үтәү йөҙөнән ойошторолған сара файҙалы булды. БР “Урмансылыҡтар идаралығы” Дәүләт ҡаҙна учреждениеһының “Ғафури урмансылығы” бүлеге начальнигы Әнәс Әхәт улы Сәйфуллин, “Ғафури урман хужалығы” Дәүләт автоном учреждениеһы етәксеһе Рәүеф Лотфрахман улы Йәнмырҙин был сараны ойошҡан итеп алып барҙы.
- Ер биҙәге булған урмандарҙы һаҡлау, ҡурсалау бурысы “йәшел ҡалҡан” һаҡсыларына – урман эшселәренә йөкмәтелгән. Былтыр республикабыҙҙың бер нисә урынында ҙур урман янғындары булыуы ла ошо тәңгәлдә ентекле эшләргә кәрәклекте, эшләп еткермәгән урындарҙы тиҙерәк өйрәнеүҙе талап иткәнен аңлағайныҡ инде. Урман янғыны – иң ҡурҡыныс бәлә булыуын да һәр беребеҙ белә. Был тәңгәлдә эшләгән урман һаҡсылары тарафынан бәләне булдырмаҫ өсөн янғын хәүефһеҙлеге буйынса саралар даими күрелә: урман ситләтеп һөрөлгән һыҙаттар һалына, йәй көнө ҡеүәтле техника менән урман-яландарға барған юлдар эттерелеп, таҙартыла, - тип йыйылыусыларға һөйләп үтте Ә.Ә.Сәйфуллин.
Урманда янғын сыға ҡалһа, уның ҡайһы тирәлә булыуын тиҙерәк билдәләү өсөн үткән йылда министрлыҡ тарафынан алынған квадрокоптерҙың уңайлы ҡулланма булыуын да күрҙе бында ҡатнашыусылар. Таулы, урман ҡуйы үҫкән ерҙәрҙе ҡарау өсөн ул бигерәк тә уңайлы ҡоролма - көн, төн яҡтыһында ла рөхсәт ителгән бейеклектә яҡшы төшөрә. Ысынлап та, экранда барыһын да күреп, ҡарап тораһың.
- Был уҡыуҙа янғын һүндереү көстәре һәм сараларының юғары әҙерлекле икәне күрһәтелде, төрлө техника ҡуйылып, уларҙы нисек ҡулланыу тәжрибәһе өйрәнелде. Бөтә хеҙмәттәр ҙә ҡуйылған бурысты тулыһынса үтәнеләр. Күнекмәләр лесничествоның урман фондында янғындар була ҡалһа, янғын һүндереү көстәренең һәм ҡоролмаларҙың тулы әҙерлекле булыуын күрһәтте, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министры урынбаҫары Азамат Баев.
Иң һуңынан ҡоро ағастарҙан өйөлгән усаҡ яндырылып, янғын һүндереү машиналары ярҙамында уларҙың хужалары янғынға ҡаршы был осраҡта нисек етеҙ эш итергә кәрәклекте күрһәтте.
Эйе, урман янғындары булмаһын өсөн һәр беребеҙ яуаплы. Ҙур майҙанды алып торған урмандарыбыҙ шаулап үҫһен, бәлә-ҡазалар булмаһын.
Читайте нас: