Бөтә яңылыҡтар
3 Апрель 2021, 13:45

Балаларға сәләмәтлек бүләк итәйек!

2019 йылда “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында “ҡояш балалар” өсөн “Ҡояшҡайҙар” студияһы ойошторола. Ләйсән Табулдина етәкселегендәге был төркөмгә айырым бүлмә бирелеп, уңышлы ғына эшләп китә. Бында “ҡояш балалар”ҙың үҫеше, шөғөлләнеү, психологик көсөргәнештән бушандырыу өсөн тынысландырғыс уйынсыҡтар, ҡорамалдар, кәрәк-яраҡтар бар.

Быйылғы Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылында районыбыҙҙың “Өмөт нуры” инвалидтарға ярҙам фонды тарафынан сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балаларға күнекмәләр ойоштороуға йүнәлтелгән “Ҡояш балаларына сәләмәтлек бүләк итәбеҙ” проекты менән РФ Президенты гранттары конкурсында ҡатнашып, еңеп сыға һәм “Ҡояшҡайҙар” төркөмөнә сенсорлы уйын комплекты һатып алыуға өлгәшә.
30 мартта “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында был сенсорлы уйын бүлмәһен асыу тантанаһы булды. “Ҡояшҡайҙар”ҙың байрам шатлығын уртаҡлашырға проекттың партнерҙары булып торған мәртәбәле ҡунаҡтар: район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Рәшит улы Аҡҡужин, “Еҙем” сәләмәтлек үҙәге хужабикәһе Рәүилә Зөфәр ҡыҙы Мөхәмәҙиева килгәйне. Сарала “ҡояш,” йәғни Даун сирле, шулай уҡ инвалид балалар, уларҙың ата-әсәләре, педагогтар һәм өлкәндәр ҡатнашты.
Байрам кескәй йырсы Заһиҙә Ҡотдосова башҡарған “Ҡояш ғүмере теләйем, әсәйем һиңә!” йыры һәм ҡыҙҙарҙың бейеүе менән башланып китте. Тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа бирелде.
- Билдәле булыуынса, районыбыҙҙа 2020 йылда 12 коммерциялы булмаған ойошма төҙөлдө. Һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты фонды гранттары конкурсында ҡатнашып, 5-һе еңеп сыҡты. Шуларҙың береһе - “Өмөт нуры” инвалидтарға ярҙам фонды тарафынан сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балаларға күнекмәләр ойоштороуға йүнәлтелгән “Ҡояш балаларына сәләмәтлек бүләк итәбеҙ” проекты. Проекттың хаҡы 480 мең һумдан ашыу булып, уның ярҙамында инвалид балаларға сенсорлы уйын бүлмәһе булдырырға ҡарар ителде, - тине Фәнзил Фәйез улы. - Бөгөнгө көндә районыбыҙҙа сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар һаны – 190. Улар тап ошо сенсорлы уйын бүлмәһенә йөрөп, шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә буласаҡтар. Сәләмәтлек мөмкинлеге сиклелек һәләттәр сиклелеген аңлатмай, беҙҙә балалар һәләтлеләр, зирәктәр, һәйбәттәр. Улар үҫешһендәр, барыһын да аңлаһындар, белһендәр, киләсәктә үҙ һөнәренең оҫталарына әйләнһендәр – был сенсорлы уйын бүлмәһе тап балалар өсөн ошо маҡсатта булдырыла. Балалар өсөн ошондай ҙур бүләк эшләй алыуыбыҙға шатмын, балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә, педагогтарға, социаль педагогтарға рәхмәтлемен. Балаларға килгәндә, артабан да уларҙы ярҙамыбыҙҙан ташламаясаҡбыҙ, барлыҡ мөмкинлектәр булдырасаҡбыҙ, - тине Ф.Сыңғыҙов.
Артабан башланғысты хуплаусы проект етәксеһе Ләйсән Ислам ҡыҙы Табулдина һүҙ алып: “Шатлыҡ хистәрен әйтеп аңлатырлыҡ түгел, ниһайәт, беҙҙең балаларыбыҙ Президент гранттары фонды, етәкселәребеҙ, педагогтарыбыҙ ярҙамы менән ошондай өр-яңы интерактив ҡоролмаға эйә булды, - тине. - Һеҙ, балалар, хәҙер сенсорлы уйын бүлмәһендә шөғөлләнергә, үҫе-
шергә, сәләмәтлегегеҙҙе нығытырға шундай мөмкинлек менән тәьмин ителдегеҙ. Был бүлмәне асыуҙа ҙур ярҙам күрһәтеүселәрҙең, тырышлыҡ һалыусылар-ҙың барыһына ла оло рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ”.
Сенсорлы уйын бүлмәһен асыуҙа ярҙам күрһәтеүсе Ф.Ф.Сыңғыҙов менән Р.З.Мөхәмәҙиеваға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
“Ҡояшҡайҙар” төркөмөндә балалар менән педагогтар Татьяна Баранова (дефектолог, музыкаль етәксе), Венера Шәмсубарова (физкультура буйынса тренер), Илүсә Йомағолова (шәфҡәт туташы, ЛФК тренеры) шөғөлләнә.
“Ҡояш балаларына сәләмәтлек бүләк итәбеҙ” проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ярҙам ҡулы һуҙыусы районыбыҙ етәкселеге һәм ойошмалар билдәләп үтелде.
Ҡунаҡтарға ла һүҙ бирелде. Район мосолман ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Рахманғолова, Красноусол “Ағинәйҙәр ойошмаһы” ағзаһы Фәйруза Рәхимйән ҡыҙы Ғибаҙуллина балалар өсөн файҙалы уйын бүлмәһе асылыуы менән тәбрик һүҙҙәрен еткерҙеләр, киләсәктә балалар менән эшләргә теләк белдерҙеләр, Альмира Әсҡәт ҡыҙы Ғөбәйҙуллина балалар аҡыллы, тәүфиҡлы, иманлы булып үҫһендәр тигән теләктә ҡалды, ғәрәп әлифбалары бүләк итте.
Ниһайәт, тулҡынландырғыс тантаналы мәл етте. Мәртәбәле, хөрмәтле ҡунаҡтар тарафынан ҡыҙыл таҫма киҫелә һәм проекттың өр-яңы сенсорлы уйын бүлмәһе үҙ ишектәрен асты. Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән бүлмәгә үтте һәм мауыҡтырғыс уйындарҙы башланы.

Читайте нас