+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Апрель 2021, 20:40

Рух, шатлыҡ өләшеүселәр байрамы

25 март Рәсәй мәҙәниәте көнөн мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә мәшғүл булған бөтә ижад кешеләре, йәмғиәттең рухи үҫешенә һәм илдең мәҙәни мираҫын һаҡлауға тос өлөш индереүселәр билдәләй. Был көндө районыбыҙҙың мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр ҙә район мәҙәниәт һарайына байрам сараһына йыйылды.

Сәнғәт донъяһында барыбыҙҙы сағыу сығыштары менән һоҡландырып, рухи байлыҡ таратыусы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, район Советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Рәшит улы Аҡҡужин тәбрикләп, бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырҙылар. Сәнғәттә бар яҡлап та талант эйәһе булған район мәҙәниәт һарайы йырсыһы Фәнзил Ғәлин Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов был сараға йыйылған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткереп: “Һеҙ халыҡҡа яҡтылыҡ, изгелек бөркөүселәр булып тораһығыҙ. Эшегеҙ еңел түгел, әммә ҡыҙыҡлы. Үҙегеҙҙең эшегеҙҙе һәр саҡ күңел биреп эшләйһегеҙ. Районда әлеге көндә ошо өлкәлә 150 хеҙмәткәр эшләй. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, көс-ҡеүәт, ижади үрҙәр теләйем”, - тине.
- Халыҡ күңел асһын, ял итһен өсөн төрлө мәҙәни саралар үткәрелеп тора. Был һеҙҙең ал-ял белмәй эшләү һөҙөмтәһе. Киләсәктә лә сәхнәләрҙе йәмләп, арымай-талмай эшләргә яҙһын, - тип ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе район Советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ф.Һ.Зәйнетдинов.
Мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәрҙе Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алик Рәмил улы Йәнешев, ра-йон полицияһы, элекке милиция хеҙмәткәрҙәре исеменән эске эштәр органдары ветераны Хәйҙәр Әхтәм улы Ғәйнуллин тәбрикләне. Үҙәк район дауаханаһының “Усолка” вокаль ансамбленең бүләккә алып килгән дәртле йыры ла барыһының күңеленә хуш килде.
Билдәле композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Мөхәмәтхәй улы Ғимранов БР Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан Салауат Юлаев ордены алыу шатлығы менән уртаҡлашып, уны ошо юғары баһаға тәҡдим иткән район етәкселегенә, хеҙмәттәштәренә рәхмәтен еткерҙе һәм үҙенең яңы яҙған йырын башҡарҙы.
Ҡасандыр мәҙәниәт өлкәһендә бөтә йәшлек көсөн, һәләтен һалып эшләгән, әле лә эшләп йөрөгән, үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашып торған барлыҡ мәҙәниәт ветерандары телгә алынып, фотолары видеоэкран аша күрһәтелде һәм залда ултырған ветерандарға сәскәләр гөлләмәһе бүләк ителде, ә тамашасылар уларҙы аяғөҫтө баҫып көслө алҡыштарға күмде.
Байрам кисәһен район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Луиза Новорай менән Хызыр Нәзиров йәнле һәм күңелле итеп алып барҙылар. Сараны йыр-моң, бейеүҙәр биҙәне. Был көндө район мәҙәниәт һарайы, мәҙәниәт йорттары, ауыл клубтары, музейҙар, китапханалар хеҙмәткәрҙәре, үҙешмәкәр түңәрәктәре, сәнғәт мәктәбе педагогтары тәбрикләнеп, алда ла дәртләнеп эшләргә илһам-дәрт алып таралышты. Кешеләргә шатлыҡ өләшкән, рух өҫтәгән мәҙәниәт усаҡтары киләсәктә лә һүнмәһен, балҡып, гөрләп эшләп торһон, тамашасыларына һәр саҡ йылмайыу бүләк итһендәр.
Читайте нас: