Драма спектакле жанры буйынса 11-14 йәшлектәр араһында Балалар ижады үҙәгенең “Тамаша” театры матур сығыш яһап, 1-се урын алды. Нәфис һүҙ оҫталығы буйынса ҡатнашырға теләүселәр айырыу-са күп булды. Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүсе Дамир Әһлитдинов (6 йәш), Аделина Әхмәтйәнова (13 йәш), Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатынан Азалия Ғәлимова (9 йәш), Диана Хәбибуллина (10 йәш), Әлиә Хәмзина (10 йәш) 1-се урын алыуға өлгәшһәләр, шулай уҡ гимназия ҡыҙҙары Гөлфинә Фәтҡотдинова (10 йәш), Йәмилә Халиҡова (8 йәш), Элина Ҡунаҡбаева (11 йәш) 2-се урынға лайыҡ булды. Гимназия уҡыусылары Илнар Мөхәмәтшин (9 йәш), Нәркәс Басирова (9 йәш), Ләйсән Резбаева (8 йәш), Данил Ҡорманов (8 йәш), Алһыу Ғәлимова (11 йәш), Алмаз Ҡоҙайғолов (11 йәш) 3-сө урын яуланы. Үҙенсәлекле жанрҙа Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүсе Света Попкова, Диана Шекунова, Диана Тузбекова трио өсөн, Рамазан Дәүләтшин (11 йәш), Вика Балашоваға (15 йәш) 1-се урын бирелде.
Был конкурсҡа балалар уҡытыусылары, тәрбиәселәре ярҙамында матур сығыштар әҙерләгәндәр. Ҡайһы берҙәренә кейемдәрен, сәхнәне биҙәү өсөн дә тырышлыҡ һалырға тура килеүе күренде. “Һәләтле балалар” конкурсы йәш таланттарҙы үҫтереү, яңы исемдәр асыу маҡсатында үткәрелә. Быйылғы еңеүселәрҙе ҡотлап, алда тағы ла күберәк булһын тип теләп ҡалабыҙ.
Әлфиә НАСИРОВА,
өҫтәмә белем биреү педагогы.