+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Апрель 2021, 21:50

Зәйнуллиндар – еңеүсе!

Яугилде кубогына йыл да уҙғарылган волейбол бәйгеһенең (былтыр пандемия сәбәпле үтмәгән) быйылғыһында 5 команда көс һынашты. Ошо ауылдың арҙаҡлы шәхесе Ниязбай Сәлимов инициативаһы менән үтә.

14-се тапҡыр үткәрелгән ярышта Бурлы уҡыусылары, Ҡормантау, Ерек ауылдары командалары, Бурлынан Зәйнуллиндарҙың ғаиләһе һәм Бурлы ауыл биләмәһенең ветерандар командалары араһында барған көсөргәнешле ярыш ветерандар командаһының еңеүе менән тамамланды. 2-селә еректәр, 3-сөлә Бурлы мәктәбе уҡыусылары. Ярыш Зәйнуллиндар ғаиләһе еңеүе менән тамамланды. "Иң йәш волейболсы" тип 6-сы класс уҡыусыһы Байрас Вәлиев бүләкләнде. Берҙән-бер волейболсы ҡыҙ Ҡормантауҙан 8-се класс уҡыусыһы Эльнара Хәлилова ла бүләккә лайыҡ булды. Ярыштың бағыусылары булып Бурлы ауыл биләмәһе хакимиәте Азат Хәйретдинов, Гөлнур һәм Нияз Сәлимовтар, Рауил Солтанморатов торҙо. Ярышта ҡатнашыусылар Яугилде мәктәбе уҡытыусылары, клуб, ашнаҡсыларға рәхмәтле булдылар.
Индира ИШКИНА.
Наил ЛАТИПОВ фотолары.
Читайте нас: