Быйылғы уҡыу йылында мәктәп этабында район буйынса 1598 уҡыусы ҡатнашып, уларҙың 958-е еңеүсе һәм призер булды. Пандемияға бәйле район этабы “Аврора. Олимпиада” платформаһында дистанция-лы үтте. Унда ҡатнашҡан 865 уҡыусының 73-ө еңеүсе булһа, 72-һе – призлы урындар яуланы. Быйыл Красноусолдағы 2-се мәктәп (1-се урын, 34 еңеүсе һәм призер), Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты (2-се урын, 27 еңеүсе һәм призер), 1-се мәктәп (3-сө урын, 22 еңеүсе һәм призер), 3-сө мәктәп (4-се урын, 20 еңеүсе һәм призер) алдынғылар рәтендә. Шулай уҡ Бурлы, Сәйетбаба, Яңғыҙҡайын урта һәм Курорт дөйөм белем биреү мәктәптәре һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтте.
Төбәк этабында ҡатнашыусылар һаны былтырғы 14-тән 22-гә тиклем артты. Һәләтле ошо уҡыусыларыбыҙҙың етәүһе призлы урын алды. 2-се мәктәптең 9 класс уҡыусылары Айҙар Шәрипов рус теленән (уҡытыусыһы – Л.В.Яковлева) һәм йәмғиәтте өйрәнеүҙән (Л.В.Пухова), Кирилл Рябов донъя нәфис әҙәбиәтенән (О.В.Опарина), 1-се мәктәптең 11-се класс уҡыусыһы Юлия Вязовцева донъя нәфис әҙәбиәтенән (О.С.Николаев), 10 класс уҡыусыһы Софья Мельник инглиз теленән (И.Ю.Егорова), 3-сө мәктәптең 9 класс уҡыусыһы Ксения Петрова биологиянан (З.Р.Солтанова), 11 класс уҡыусыһы Софья Ефанова хоҡуҡ фәне (Г.А.Абдрахманова) призер булды.
Һуңғы өс йылда беҙҙең уҡыусылар төбәк олимпиадаһында еңеүсе булғаны юҡ. Ә уларҙың Башҡортостан Республикаһы грантын алыу һәм йомғаҡлау этабында ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында ҡатнашыу мәктәпте тамамлаусыларға ҙур ташламалар – имтихандарһыҙ профилле юғары уҡыу йорттарына инеү хоҡуғы бирә һәм был хоҡуҡ 4 йыл дауамында һаҡлана.
Райондар рейтингында башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары ҙур әһәмиәткә эйә. 2020 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары республика юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдарға һәм Башҡортостан Башлығы Премияһына лайыҡ булдылар. Уҙған йылда Гөлнур Ибәтуллина (КБГИ) призер булды, ул һәм уҡытыусыһы Э.С.Ҡунафина БР Башлығы Премияһын алды.
Быйылғы уҡыу йылында ла уҡыусыларыбыҙ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, 5 призлы урын яуланы. Улар: КБГИ-нан Г.Ибәтуллина (10 кл.) һәм Азалия Әсәнова (8 кл., уҡытыусылары – Э.С.Ҡунафина), 1-се мәктәптән Илнара Әхтәмова (11 кл. Ф.Й.Шәрәфетдинова) һәм Эльза Ҡалмырҙина (8 кл., А.Н.Ғәлиуллина), 2-се мәктәптән Эльвина Йәрмөхәмәтова (9 кл., Т.М.Шәрипова). Призерҙар һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусылар республика Башлығы Премияһын аласаҡтар.
Бар призерҙарҙы һәм уларҙы әҙерләүсе уҡытыусыларҙы яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡотлайбыҙ! Иң мөһиме – ирешелгәндәрҙә туҡтап ҡалмай, алға - Бөтә Рәсәй олимпиадаһы финалына тиклем етеүҙәрен теләйбеҙ. Был беҙҙең төп бурысыбыҙ һәм уны бергәләп хәл итергә тейешбеҙ.
Рәшиҙә КИЛМӨХӘМӘТОВА,
методик бүлек мөдире.