Тиреҫ - баҡсаның уңышын күтәреүҙә төп ашлама, ул туҡлыҡлы матдәләргә (азот, фосфор, калий һ.б.) бик бай була. Тиреҫтең тарҡалыуынан барлыҡҡа килгән серетмә лә үҫемлектәргә файҙалы.
Торф үҫемлек ҡалдыҡтарынан хасил була, әсе тупраҡлы ерҙәр өсөн ул – апмаштырғыһыҙ ашлама.
Минераль ашламалар сәнәғәт предприятиеларында етештерелә, азот, фосфор, калий матдәләре ҡатнашмалары төп минераль ашламалар һанала.
Азот ашламалары аҡ төҫтәге аммиак селитраһы, мочевина - үҫемлектәрҙең буйға үҫеүен тиҙләтә.
Фосфор һәм калий ашламалары һабаҡты нығыта, емештәрҙең, йәшелсәләрҙең, игендең уңышын күтәрергә, сифатын яҡшыртырға ярҙам итә. Фосфор ашламалары - һорғолт төҫтәге суперфосфат, икеләтелгән суперфосфат. Калий ашламалары ҡыҙғылт төҫтә була, улар - хлорлы калий, калий тоҙо, калий сульфаты.