-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Апрель 2021, 16:50

Фотохәбәрсебеҙ Наил Латипов ҡоймаҡ ҡойоу серҙәре менән бүлешә Алмалы ҡоймаҡ

Әсеткене йылы һөттә йәиһә йылы һыуҙа иҙеп, шуға май, йомортҡа, шәкәр, тоҙ һалырға ла бик ныҡ болғата-болғата аҙ-аҙлап он һалып туғырға кәрәк. Шунан һуң ҡамыр өҫтөнә таҫтамал ҡаплап, ҡабарыу өсөн йылы урынға ҡуйыла.

Алмалар алып, тышын әрсергә һәм үҙәгенән таҙартырға, йоҡа ғына итеп телемләп турап, бешерә башлау алдынан ғына ҡабарған ҡамырға һалып болғатырға кәрәк, ҡоймаҡ табала ҡыҙҙырылған майҙа бешерелә. Ҡамыр табаға ҡалаҡ менән һалына. Ҡамырҙы алып һалыу уңайлы булһын өсөн, ҡалаҡты һыуға тығып алырға кәрәк.
500 грамм онға 2 стакан һөт йәиһә һыу, 2 йомортҡа, 2 аш ҡалағы май, 1 аш ҡалағы шәкәр, ½ балғалаҡ тоҙ, 25 грамм әсетке, 3-4 алма алына.
Читайте нас: