Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Зәки улы Кейекбаев әйтеүенсә, өмәлә 756 кеше ҡатнашҡан, махсус хеҙмәттәр йәлеп ителгән. Урамдар ҡарҙан таҙартылған, сүп-сар йыйылған. Бөтәһе 50 берәмек техника ҡатнашҡан, 400 тонна самаһы ҡар сығарылған. Идарасы компаниялар күп фатирлы йорттар ҡыйыҡтарын ҡар-боҙҙан таҙартыуҙы башҡарған.
Бынан ары Таҙалыҡ көндәре районда даими үтәсәк. Уға ауылдар халҡының ҡушылыуы мотлаҡ. Һәр кем үҙ йорто алдын ғына таҙартҡанда ла ауылдарыбыҙ таҙа һәм күркәм буласаҡ.
Киләһе өмә 9 апрель, йома көнө 15.00 сәғәттә буласаҡ, барығыҙҙы ла Таҙалыҡ көнөндә әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!