Матур йолаға әйләнгән был ярыш быйыл бишенсегә уҙҙы. Тиҫтәләгән балыҡсы үҙҙәренең балыҡ тотоу оҫталығын күрһәтте. Дуҫлыҡ күпере булдырыу маҡсатында Красноусол, Сәйетбаба һәм Ҡаранйылға ауылдары балыҡсыларының килеүе сараға мәртәбә өҫтәне. Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов сараны асып, ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне. Фаил Байшөгөров, Салауат Түзбәков та уларға уңышлы балыҡ ҡармаҡлау теләне. Имәндәш ауылы ағинәйҙәре дәртле йырҙары менән сараны биҙәне.
Ярыш иң беренсе балыҡты, иң ҙур балыҡ, иң ваҡ балыҡ тотоусы, иң оло ҡатнашыусы, иң йәш ҡатнашыусы, иң күп балыҡ тотоусы, иң тиҙ боҙ тишеүсе номинацияларында үтте. Илфат Үтәгәнов, Салауат Түзбәков, Фаил Байшөгөров, Филүс Шәрәфетдинов составындағы жюри ярыш барышын ҡарап-баһалап торҙо. Айрат Йәғәфәров (Имәндәш ауыл биләмәһе) иң тәүге булып балыҡ тартып сығарҙы. Ҡалған еңеүселәрҙе билдәләү өсөн ике сәғәттән ашыу ваҡыт кәрәк булды. Радик Ҡорманов (Красноусол) иң күп балыҡ тотоп, беренсе урынды яуланы. Икенсе урында – Шамил Вахитов, өсөнсөлә – Айрат Сәйфуллин (Сәйетбаба).
Дипломдар һәм бүләктәргә иң оло балыҡ тотоусы 1952 йылғы Әнис Яҡуп улы Сафуанов (Имәндәш), иң йәш балыҡ тотоусы Алмаз Яҡупов лайыҡ булды. Иң ҙур балыҡты Данил Муллашев (Имәндәш ауыл биләмәһе), ә иң вағын И.Вахитов (Сәйетбаба ауыл биләмәһе) тотто.
Боҙҙо быраулау ярышында 1-се урынды Йәмил Вахитов (Сәйетбаба ауыл биләмәһе), 2-сене – Данил Муллашев, 3-сө урынды Илмир Фәтихов (Имәндәш ауыл биләмәһе) алды.
Бар еңеүселәргә лә Маҡтау грамоталары, бүләктәр тапшырылды. Балыҡсылар усаҡта бешкән бутҡа, оҫта хужабикәләр әҙерләгән өҫтәлдәге ризыҡтарҙан ауыҙ итте. Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Ә.Ноғайғолов ярышты ойоштороусыларға, Имәндәш ауылы ағинәйҙәренә, аш-һыу бешереүсе Ләлә Хәбибуллина, Файруза Байшөгөрова, Гөлназ Үтәгәноваға рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ ярышты уҙғарыуҙа тос ярҙам күрһәткән бағыусылар: Красноусолдағы “Трофей” магазины (директоры М.Р.Юнысов), “Тәңре” туристик базаһы (етәксеһе А.С.Гончаров), шәхси эшҡыуарҙар Радик Сәғитов, Миңнулла Шәмсетдинов, Гүзәл Әхмәтшина, Линара Хужаеваға рәхмәтлебеҙ.
Илфат ҮТӘГӘНОВ,
ауыл хакимиәтенең
эштәргә идара итеүсеһе.