+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Апрель 2021, 16:00

Әҙер булыу һәм уяу тороу мөһим

Ташҡын осорона техника әҙерлеге тикшерелде

Яҙ етеү менән һыу баҫыу ҡурҡынысы бермә-бер арта. Районда Ағиҙел, Еҙем һәм башҡа тау йылғаларын һыулап ултырған ауылдар, хужалыҡ-етештереү объекттары тәү сиратта “хәүеф зонаһына” эләгә. Белгестәр билдәләүенсә, районыбыҙҙа унлаған ауылды һыу баҫыу хәүефе бар. Әлбиттә, быға әҙер тороу мөһим. Ошо уңайҙан кесе йома – 1 апрель көнө муниципаль район хакимиәте ҡарары менән Красноусол автотранспорт предприятиеһы базаһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәренең Башҡортостандағы территориаль системаһы Ғафури звеноһының ташҡынға ҡаршы саралар үткәреү өсөн көс һәм техниканың әҙерлеген тикшереү смотры уҙҙы.
Авария-тергеҙеү бригадаларының йыһазландырылыуын, күргәҙмәгә ҡуйылған техникаларҙың торошон һәм эшләү ҡеүәтен, кәрәкле әйберҙәр һәм инструменттар запасын, тейешле инструктажды үтеү-үтмәүҙе Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү һәм иҫкәртеү һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү комиссияһы рәйесе урынбаҫары, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фуат Кейекбаев баһалап, тикшереп сыҡты.
Смотрҙа райондың бөтә авария-ҡотҡарыу, коммуналь һәм юл хеҙмәттәре ташҡын ваҡытында кәрәк булған техникаһы һәм матди-техник саралары менән ҡатнашты. Унлаған ойошма һәм учреждениенан йөҙгә яҡын вәкил килгәйне, “Тепловодоснабжение” предприятиеһы һәм “Красноусол коммуналь хужалығы”, юл төҙөү-ремонтлау идаралығы, электр селтәре, газ хеҙмәте, автотранспорт предприятиеһы, ветеринария станцияһы, Үҙәк район дауаханаһы, “ГИП-Электро” һәм Ғафури лесхозы был сараға 25 берәмек техника тәҡдим итте. Яңғыҙҡайын, Табын, Мораҡ, Бельский, Имәндәш һәм Үтәк ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм ҡатнашыусылары смотрға йөҙөүсе саралар – тын тултырылған кәмә һәм башҡа ҡорамалдар алып килгәйне. Ҡағиҙәлә талап ителгәнсә, смотр ваҡытында автомобиль техникаларының двигателдәре эшләп, кәмәләр тын тултырылған хәлдә тора ине һәм ташҡын ваҡытына кәрәкле ҡорамалдар – костюм, төрлө инструменттар, махсус әйберҙәр ҡуйылғайны. Етәкселәр был сараға ҡуйылған техникаларҙы күрһәтеп, үҙҙәренә ҡуйылған бурысты тейешле тәртиптә башҡарҙылар.
Фуат Зәки улы әйтеүенсә, дөйөм алғанда, 2021 йылғы ташҡын осорона әҙерлек һәйбәт, әммә уяулыҡты юғалтырға ярамай.
Ысынлап та, районда тауҙарҙан аҡҡан ҡар һыуы яҡын йылғаларҙың ажғырып ташыуына килтереүе бар. Ул төрлө факторҙарға бәйле. Көндәр ҡапыл йылытып, ҡар тиҙ иреү, ямғырҙар яуыу үҙенекен итә. Шуға ла был осорҙа иң мөһиме - әҙер һәм уяу булыу.

Читайте нас: