+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Апрель 2021, 10:20

Сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеп

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр. Арабыҙҙа спортты йәшәү рәүешенә әүерелдереүселәр бихисап. Үтәк ауыл хакимиәтендә водитель булып эшләүсе Динар Камалов тап шундайҙарҙың береһе.

Мәктәптә уҡыған йылдарында волейболды үҙ иткән Динарҙы был спорт төрө бөгөнгәсә оҙата килә, йәғни йәшәү рәүешенә әйләнгән. Башта волейболсы мәктәп командаһында туп һуҡһа, хәҙер оҫта уйынсы булараҡ, волейболсыларҙың район йыйылма командаһы иҫәбендә төрлө бәйгеләрҙә районыбыҙ данын яҡлай. Үтәк мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы булып эшкә килгән Юлыҡ егете Рафаил Юлмөхәмәтов, үҙе волейболсы булараҡ, волейбол спортына нигеҙҙе лә, уны үҫтереү буйынса ла күп көс һалған. Һәм мәктәптең волейбол командаһының уңышлы сығыш яһауында тап Рафаил Исмәғил улының тос өлөшөн билдәләп үтергә кәрәк. Ауылдың ир-егеттәрен сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу маҡсатында 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған Спорт байрамы ла уның инициативаһы буйынса үтә ине. Был йоланы дауам итеп, байрамға арнап 5 команда волейбол буйынса көс һынашҡан.
- Үтәк мәктәбендә 6-сы класта уҡығанда физкультура уҡытыусыбыҙ, волейбол буйынса тренер Рафаил Исмәғил улы мине был спорт төрөнә ылыҡтырҙы һәм шунан бирле өс тиҫтә йылға яҡын туптан айырылғаным юҡ. Бының өсөн уға рәхмәтлемен, - ти Динар ҡәнәғәт йылмайып. – Мәктәп командаһында 8-се кластан шөғөлләндем. Бер нисә йыл район волейболсылары йыйылма командаһында ярыштарҙа ҡатнашып йөрөйөм.
Динар Ринат улы ғаиләһен дә спортҡа ылыҡтырған – атаһы кеүек улы Айҙар ҙа (әлеге мәлдә әрмелә хеҙмәттә), 9-сы класта уҡыусы ҡыҙы Әлфинә лә оҫта волейболсылар, ҡыҙы саңғы спорты менән дә шөғөлләнә, районда уҙған ярыштарҙа призлы урындар яулай. 2-се класта уҡыған Айгиз дә атаһына эйәреп волейбол күнекмәләренә йөрөй. Кескәй Динара әлегә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе, уның да үҫә төшкәс, спортсы ғаилә традицияһын дауам итеренә шик юҡ.
Д.Камалов эшендә үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән водитель, йортонда бөтмөр ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай. Тормош иптәше Альфира Миңлерахман ҡыҙы менән күпләп мал-тыуар (15-ләп баш һыйыр малдары, ике аттары бар) аҫрап, дүрт балаларына үҙҙәре өлгөһөндә матур тәрбиә орлоҡтары сәсеп, бер төптән булып, донъя көтәләр. Сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән һәм балаларында ла спортҡа һөйөү тәрбиәләгән Динар Ринат улына һоҡланмау мөмкин түгел!
Читайте нас: