Бөтә яңылыҡтар
7 Апрель 2021, 14:25

“Йылмайыуың менән ғорурлан!”

Район мәғариф бүлеге уҙған айҙа быйылғы Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылы сиктәрендә Бөтә донъя тештәр сәләмәтлеге көнө уңайынан “Йылмайыуың менән ғорурлан!” флешмобы ойошторғайны. Уҡыусыларҙың тештәр сәләмәтлегенә иғтибар биреүен, стоматологик ауырыуҙарҙы иртә асыҡлау, дауалау һәм иҫкәртеүҙе маҡсат итеп ҡуйған был сара сиктәрендә районыбыҙҙың барлыҡ мәктәптәрендә лә ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһына, тештәр сәләмәтлегенә арналған әңгәмәләр, һүрәттәр конкурстары, викторина-уйындар уҙғарылды.

Был сараға Ҡарағай урта мәктәбе лә әүҙем ҡушылды. Белем йорто бинаһының бер өлөшөндә урынлашҡан фельдшер-акушерлыҡ пунктында стоматология кабинеты эшләп килә. Унда балаларҙың тешен дауалау өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған. Ике тиҫтә йылдан ашыу был төбәк халҡының, шул иҫәптән уҡыусыларҙың тештәре сәләмәтлеге һағында торған I категориялы теш врачы Илдар Жәннәт улы Мәхмүтов флешмоб сиктәрендә мәктәп уҡыусылары алдында профилактик әңгәмә ҡорған, кәңәштәре менән уртаҡлашҡан.
Теш табибының Ҡарағай, Имәндәш мәктәбе уҡыусыларынан тыш, стоматологик кабинеттары булмаған Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәләре халҡын да хеҙмәтләндереүен билдәләп үтергә кәрәк.
Читайте нас