Аллаһу үҙенең ҡәләме Ҡөрьәндә бойора: “Эй, иман килтергән бәндәләр! Һеҙгә тиклем йәшәгән кешеләргә бойорған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз ителде – Аллаһтан ҡурҡыусыларҙан булыуығыҙ өсөн”, тиелгән. (“Һыйыр” сүрәһе, 183-сө аят).
Ҡөрьәндә 240 тапҡыр тәҡүәлеккә саҡырыла.
Ураҙаның шарты - ашау, эсеү, яҡынлыҡ ҡылыуҙан тыйылыу – былар тышҡы яғы. Ә эске яғы – яман һүҙҙәрҙән, ялғандан, кешегә нахаҡ һүҙҙәр һөйләүҙән, хатта насар уйҙарҙан да тыйылыу! Был иһә – күңел ураҙаһы.
Хәҙистә әйтелгәнсә, “күпме намаҙ уҡыусылар бар, улар арыу-талыуҙан башҡа бер нимә лә ала алмайҙар, ураҙанан ас, һыуһап йөрөүҙән башҡа бер сауап та алмаҫтар”.
Башҡа бер Хәҙистә: “Аллаһ Тәғәлә мохтаж түгел кешенең асығып-һыуһап йөрөүенә, әгәр ҙә ялған һөйләп, уның менән ғәмәл ҡылыуҙан туҡтамаһа”, - тиелә. Тимәк, ураҙаның маҡсатын Аллаһ Тәғәлә тәҡүәлеккә саҡырҙы. Аллаһу Тәғәлә матди яҡлап та, рухи яҡлап та беҙҙе тәрбиәләй, күңелебеҙҙе сафларға саҡыра. Кешеләр күрмәһә, ишетмәһә лә, Аллаһу Тәғәлә беҙҙе күреп, ишетеп, уйлаған уйҙарыбыҙҙы белеп тора, тип, ихсан хәләтендә йәшәйек. Мөмкинселектәребеҙҙе ҡулланып, һау-сәләмәт булһаҡ, ураҙаға керәйек, иншә Аллаһ. Аллаһу Тәғәлә гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡаһын. Барсабыҙ ҙа Аллаһу Тәғәләнең рәхмәтендә булайыҡ.
Иң изге теләктәр менән:
Илһам хәҙрәт,
имам-мөхтәсиб.
Ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда сәхәр ашап бөтөп, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт әйтелә:
«Нәүәйтү ән әсүмә саумә шәһри рамаҙан. Минәл-фәжри иләл-мәғриб. Халисал-лилләһи тәғәлә».
Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә өсөн ихласлыҡ менән таң ваҡытынан башлап ҡояш байығанға
тиклем Рамаҙан ураҙаһын тоторға ниәт ҡылдым».
Ауыҙ асҡандан һуң ошо доға уҡыла:
«Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғфир ли йә ғәффәрү мә ҡаддәмтү үә мә әххартү».
Мәғәнәһе: «Әй, Аллаһ, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом, мин һиңә иман килтерҙем, һинең ризығың менән ауыҙ асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ! Инде минең әүәлге гонаһтарымды ла, һуңғы гонаһтарымды ла ярлыҡа».