Үтәк ауылында йәшәүсе Тәнзилә Мөхәмәт ҡыҙы Рәхмәтуллина оло быуын мәғариф хеҙмәткәрҙәренә данлыҡлы биолог-баҡсасы булараҡ бик яҡшы таныш. Ошо ауылда тыуып-үҫеп, бөгөн дә бында ғүмер йомғағын һүтә ул. 9 апрелдә, йәғни бөгөн, уға 90 йәш тула. Олпат юбилейы уңайынан был билдәле шәхес тураһында гәзиткә һүрәтләмә әҙерләү уйы менән Үтәккә юлландыҡ. Тәнзилә апайҙар йәшәгән йорттоң ишеген асып инеүгә яҙасаҡ геройым ҡәҙерле ҡунағын көткәндәй ихласлап ҡаршы алды. Уға 90 йәш биреп тә булмай әле. Үҙем менән таныштырып, ниндәй йомош менән килеүемде белгерткәс:
-Хәҙер ҡартайҙым бит инде, әллә ни эшләгән эшем юҡ, өйҙә ятҡан кеше хаҡында нимә яҙаһың инде? Йәштәр юҡмы ни, ана, уларҙы яҙырға кәрәк, - тиһә лә, күҙ төбәп килгән кешене кире бороу килешмәҫ тигәндер, - түргә уҙырға саҡырҙы. Һәм һүҙҙәребеҙ берегеп, бергәләп Тәнзилә апайҙың ғүмер юлын байҡаныҡ.
Тәнзилә Мөхәмәт ҡыҙының да, тиҫтерҙәренеке кеүек үк, бала сағы, үҫмер осоро ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Уларҙы тормош ауырлыҡтары сыныҡтырып, сыҙамлыҡҡа, тырышлыҡҡа, яуаплылыҡҡа өйрәтеп үҫтерә. Нисек кенә ауыр булмаһын, аң-белемгә ынтылышы көслө, уҡытыусы булырға хыялланған ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, Игенйылға 7 йыллыҡ мәктәбендә тәүге хеҙмәт сынығыуы ала. Артабан Өфөләге Тимирязев исемендәге педагогия институтының тәбиғи фәндәр һәм география факультетына уҡырға инә. Ете йыллыҡ һәм урта мәктәптәрҙә 5-7-се кластарҙа тәбиғи һәм география фәндәре уҡытыусыһы дипломына эйә була. Хеҙмәт юлын Мораҡ, Яңғыҙҡайын мәктәптәрендә дауам итә. Буласаҡ тормош иптәшен – Шәрифулла Дәүләтшинды Яңғыҙҡайында осрата. Ул да мәктәптә физика-математика уҡытыусыһы булып эшләй.Тиҙҙән улар ғаилә ҡороп, гөрләтеп йәшәп алып китә. Мөхәббәт емештәре – ҡыҙҙары Гөлсинә донъяға килә. Уға 4 йәш тигәндә көтмәгәндә ғаиләгә оло ҡайғы килә. Ғаилә башлығы токҡа һуғылып, фажиғәле рәүештә донъя ҡуя. Тиҙҙән Тәнзилә апай ҡыҙы менән оло йәштәге яңғыҙ әсәһе янына Үтәккә күсеп ҡайтырға мәжбүр була. 1964 йылда ситтән тороп Ырымбур дәүләт педагогия институтының биология факультетын тамамлай.
Т.Рәхмәтуллина ҙур хеҙмәт стажлы, тәжрибәле, тәрән белемле, киң ҡарашлы уҡытыусы, оҫта ойоштороусы булып етешә. Үтәк мәктәбе янында тәжрибә участкаһына нигеҙ һалып, уны гөлдәй итеп тотоп, был белем биреү учреждениеһының данын әллә ҡайҙарға тарата.
-Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, Үтәктән тыш, бар ерҙә, йәғни үҙем эшләп киткән Яңғыҙҡайын, Мораҡ мәктәптәрендә лә мәктәп яны участкалары булдырыуға өлгәштем, баҡсала тәжрибәләр үткәрелә ине. Үҙ артымдан шундай матур эштәр ҡалдырҙым. Хатта бер йылды уҡыусылар менән Мәскәүгә ВДНХ-ға барыу бәхетенә ирештек. Заманында бөтөн мәктәп уҡыусыларын баҡсалағы эшкә йәлеп итә инем, барыһы ла ихлас ҡатнаша ине, шулай итеп балаларға хеҙмәт тәрбиәһе бирҙек. Йәшелсә-емеш ишелеп уңа, үҙҙәренең хеҙмәт емештәрен күреп балалар шатлана. Йыйып алынған уңыш мәктәп ашханаһында йыл буйына уларҙың туҡланыуына тотонола. Мәктәп уҡытыусылары Ильяс Мөхәмәтйәнов менән Ғаяз Шаймарҙанов төп ярҙамсыларым булды, - ти уҡытыусы-ветеран хәтер йомғағын һүтеп. – Тик бына гөрләп торған мәктәп башланғысҡа ҡалғас, үҙем булдырған мәктәп яны участкаһының юҡҡа сығыуына ҡайғырам, - тип борсолоуын да белдерә.
Абруйлы биология уҡытыусыһының тырышлығы менән заманында мәктәп яны участкаһы Мичурин баҡсаһына әүерелә. Нимә генә үҫмәй унда: әллә нисә төрлө алма, груша һәм башҡа емеш ағастары, ҡара миләш, еләк, ҡарағат кеүек емеш ҡыуаҡтары, йәшелсәләр ҙә ишелеп уңа. Ә үҙенең баҡсаһы ботаника баҡсаһын хәтерләтә. Үтәктәр баҡсаларҙың һәр ҡайһыһы алма ағасына бай булыуын, үҙҙәренең баҡса үҫтереүендә Тәнзилә Мөхәмәт ҡыҙының өлөшө ҙур булыуын билдәләй. Ауылдаштары Тәнзилә апайҙы ҡул эштәре оҫтаһы булараҡ та белә, буш ваҡыттарында ҡулына бәйләмен алып, иҙәнгә балаҫтар, ултырғыс, диван япмалары, биҙәкле ойоҡбаштар һәм башҡа әйберҙәр бәйләү менән мәшғүл була.
Мәктәп, өй, йәмәғәт эштәре – барыһына ла өлгөрөргә тырыша ул. Тәнзилә Мөхәмәт ҡыҙына төп эшенән тыш ниндәй генә йәмәғәт эштәре алып барырға тура килмәй. Партия ағзаһы булараҡ, оҙаҡ йылдар мәктәптең партия ойошмаһы секретары йөгөн тарта. Иңенә һалынған һәр эшкә яуаплы ҡараған намыҫлы уҡытыусы күп тапҡырҙар партия ойошмаһының, район комитеты һәм Советының, мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Улар араһында 1984 йылдағы БАССР Юғары Советы президиумының Маҡтау грамотаһы ҡәҙерләп һаҡлана. 1989 йылда “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ була, ул тыл ветераны ла.
Тәнзилә Рәхмәтуллина маһир йырсы булараҡ, ауылдың мәҙәни тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Заманында Үтәк ауылы үҙешмәкәр театр-драма коллективының артисткаһы булып танылыу ала.
Яҙмышы Тәнзилә апайҙы ғүмерлек тормош юлдашы менән осраштыра. Ауылдашы Әнүәр Бохаров менән икенсегә ғаилә ҡороп, был никахтан улдары Илшат тыуа. Ул ғаиләһе менән Мәскәүҙә, Гөлсинә Красноусолда төпләнгән. Әнүәр Нәжметдин улы элекке “Егән” колхозы механигы, заманында ферманы механизациялауға тос өлөш индергән грамоталы белгес була. 53 йыл инде иңгә-иң терәшеп, бер-береһенә терәк-таяныс булып ғүмер итәләр. Ике ейәнсәр, бер ейәндәре, бер бүләсәрҙәре бар. 40 йылға яҡын ғүмерен биология һәм химия фәненән балаларға белем биреүгә арнап, мәктәп тормошонда сағыу эҙ ҡалдыра, хөрмәт-абруй ҡаҙанып, хаҡлы ялға сыға мөғәллимә.
Юбилейығыҙ ҡотло, үҙегеҙ иҫән-һау булығыҙ, Тәнзилә Мөхәмәт ҡыҙы!